Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
16 Апрель 2019, 12:32

Ауылда эшлә һәм өйлө бул!

Республикабыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Республикабыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Бигерәк тә йәштәр, йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәте-нән мөһим саралар күрелә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

«Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы тап ошо йүнәлештә эшләй ҙә инде. Ул ауылда йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауылда ҡалыусы йәш ғаиләләр һәм белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға ярашлы, ауылда төпләнеп, агросәнәғәт комплексында, фермер хужа-лыҡтарында һәм социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һағы) эшләгән йәш ғаиләләр һәм белгестәр тор-лаҡ сертификаты алырға хоҡуҡлы. Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йорт төҙөү, башланған төҙө-лөштө теүәлләп ҡуйыу, йәки булған йортҡа төкәтмә төҙөү, өй һатып алыуға йүнәлтелә.

Уҙған аҙнала төбәгебеҙҙә йәшәүсе 18 ғаилә тантаналы шарттарҙа ошондай сертификаттарға эйә булды. Уның суммаһы ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап бүленә һәм 400 меңдән алып 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итте.

Сертификаттарҙың дөйөм суммаһы 15 миллион һум. Социаль түләү алыусылар араһында күп балалы ғаиләләр күп ине. Әйткәндәй, сиратҡа баҫҡанда өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә өҫтөнлөк бирелә. Ра-йон хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов барыһын да был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, ғаилә-ләренә именлек, бәхет, иш-ле балалар үҫтереүҙәрен, би-релгән сертификаттың изгелеген күрергә яҙһын, тигән теләктәрен ихлас еткерҙе.

Районыбыҙҙың иҡтисадын үҫтереүгә, ауылдарыбыҙҙы һүрелтмәй, ҡот биреп йәшәүҙәренә рәхмәтен белдерҙе.

- Ауыл хужалығын һәм ауылды үҫтереү - бөгөн республика, район етәкселеге эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Ауыл өсөн һәр йәш ғаилә бик мөһим, шуға күрә бындай ярҙам артабан да күрһәтеләсәк, - тине Руслан Ғәлийән улы.

Учалыбыҙҙың демографик күрһәткесен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә бит улар. Бөгөнгө тантанала ғаиләләрҙең күмәк балалары менән сы-ғып сертификат алыуҙарын ҡыуанып ҡарап ултырҙыҡ.

Хәҙерге заманда ғаилә ҡор-ған йәштәрҙе тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһе борсой. Эш хаҡына ғына фатир һатып алырмын тимә. Һуңғы арала уларға хаҡ айырыуса күтәрелгән. Ҡуртымға алып йәшәүе лә еңел түгел, ай һайын кәмендә 7-10 мең һум түләргә кәрәк. Ошондай программалар ни тиһәң дә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2017-2018 йылда «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл ерҙәрен тотороҡло үҫтереү» программаһы ярҙамында 23 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡ-шыртҡан. Шәп бит!

Бөгөн бәхетлеләр исемлегендә Рәсүл ауылынан биш бала әсәһе Нәфисә Ахунова ла бар. Өлкән улы Эмилгә 24 йәш, егет эшләп йөрөй. Ғаиләлә Софья, Оскар һәм Батыр менән Нәркәс исемле ике пар игеҙәктәр үҫә. Бәләкәстәренә һигеҙ йәш. Ғаилә йорт һала башлаған, Хөкүмәттән алған ярҙам уны төҙөп бөтөргә булышлыҡ итәсәк. Балалар ҙа тиҙерәк ҙур өйгә күсергә хыяллана. Киләсәктә һәр ҡайһыһының үҙ мөйөшө буласаҡ. Юғиһә, әлеге ваҡытта бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә мәжбүрҙәр улар.

Беренсе Май ауылынан Полозовтар ғаиләһе бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булдылар. Ауылда эш юҡ, урындағы халыҡ ситкә йөрөп эшләй, мал-тыуар аҫрап көн күрәләр. Полозовтар оҙаҡ йылдар фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Ике тиҫтәгә яҡын эре мөгөҙлө малдары бар. Һөт, ҡаймаҡ һатып аҡса эшләйҙәр.

- Өй һала башлағанбыҙ, уйламағанда ярҙам килеп төштө. Быйыл эшләп бөтөп күсергә хыялланабыҙ, - ти Таңсулпан Марат ҡыҙы.

Дәүләт ярҙамын, субсидия юлларға ярҙам иткән район хакимиәтенә, Хөкүмәткә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә По-лозовтар ғаиләһе.

Учалы ауылының беренсе балалар баҡсаһында эшләүсе ике бала әсәһе Гөлназ Фәт-тәхова ла ҡыуанысы менән бүлеште. Улар 2012 йылда про-граммала ҡатнашырға теләк белдереп сиратҡа торалар. Берәй ваҡыт, моғайын, бәхет йылмайыр, сертификат алырбыҙ, тип өмөтләнәләр. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып тик ятмайҙар. Ошо арауыҡ эсендә участка һатып алып, әсәлек капиталы аҡсаһына өй төҙөй башлайҙар. Улар ҙа быйылдан да ҡалмай яңы өйҙәренә күсеп сығырға хыяллана.

Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Айгөл Ҡәҙербаева белдереүенсә, бөгөнгө көндә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 1900-гә яҡын ғаилә сиратта тора, уларҙың йөҙҙән ашыуы «Ауылды социаль үҫтереү» федераль программаһы буйынса. Проекттарҙа ҡатнашығыҙ!

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: