Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
16 Апрель 2019, 11:41
Тиҙ һәм эшлекле хәл ителә
Район хакимиәтендә сираттағы «инвестиция сәғәте» сараһы үтте. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә был тапҡырҙа ике проект ҡаралды.
Район хакимиәтендә сираттағы «инвестиция сәғәте» сараһы үтте. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә был тап-ҡырҙа ике проект ҡаралды.
Төбәгебеҙҙә (теүәл әйткәндә - Учалы ҡалаһында) беренсе мал һуйыу пункты ойошторған эшҡыуар Эльвир Хәлитов тураһында гәзитебеҙгә яҙғаныбыҙ булды.
Хәҙер Эльвир Рәфҡәт улы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы булараҡ, ит йүнәлешендәге малсылыҡ менән үҙе лә шөғөлләнергә йыйы-на. 2019-2024 йылдарҙа 100 баш һыйыр малына фер-ма төҙөргә самалай. «Аҙаҡ, эштәрҙең нисек барыуына ҡарап, мал һанын, әлбиттә, арттырасаҡмын», - ти ул. Шуға ла, әле мал аҙығы ку-льтуралары сәсеү һәм бина төҙөү өсөн 20-30 гектар ғына ер һораһа ла, кәңәшмәләге белгестәр перспективаны хәстәрләргә кәңәш иттеләр. «Инвестиция сәғәте» һүҙ һөй-ләүгә түгел, конкрет ғәмәли эшкә нигеҙләнә. Бына был тапҡырҙа ла Иманғол ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлнара Хәмбәлиева һәм Ҡу-наҡбай ултырағы башлығы Фазила Шаймарҙанова биләмәләрендә булған буш һөрөнтө ерҙәрҙе карталарҙан күрһәттеләр. Фермер барып ҡараясаҡ та, ҡайһыһы үҙенә яҡшыраҡ икәнлекте аныҡ билдәләйәсәк.
Ә икенсе фермер Альфред Мөхөтдинов һөтсөлөк ме-нән нығыраҡ шөғөлләнер-гә йыйына. Бының өсөн уға Ҡаҙаҡҡолда һөт эшкәртеү цехы бинаһы, Миндәк ауыл Советы биләмәләрендә көтөүлек кәрәк. Әлегә «иләнмәгән-һуғылмаған» булғас, яҙып тормайыҡ, эшҡыуарҙы ҡәнәғәтләндергән бина барлығын бар, ти, әммә башҡа дәғүәселәр ҙә булыуы ихтимал. Шуға ла, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәлийән улы ошо арала ауылға барып, бинаны ҡарап, урындағы кешеләр менән һөйләшәсәк - ҡыҫҡаһы, бөтә мәсьәләләр ҙә бик оператив хәл ителә.
Был алым бағланған өмөттәрҙе аҡлайҙыр. Ҡабатлап әйтәбеҙ - «инвестиция сәғәте» ғәмәли эшкә акцентланыуы менән алдыра. Бына был тапҡырҙа ла, ике фермерға ла Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Мария Ситдиҡова һәм ауыл хужалығы бүлеге на-чальнигы вазифаһын башҡа-рыусы Алмас Рәхмәтуллин дәүләттән финанс ярҙам алыу тәртибе һәм нескәлектәренә яҡшылап төшөндөрҙөләр. Ә райондың баш ветеринар табибы Радис Таһиров мал һатып алғанда һәм ҡайтарт-ҡанда именлек ҡағиҙәләре тураһында телгә алды.
Сараның икенсе өлөшөндә Руслан Ғиләзетдинов алда үткән «инвестиция сәғәттә-ре» буйынса ни эшләнеүен барлап сыҡты. «Учалы һөтө» кооперативының мини павильондарын урынлаштырыу, роман тоҡомло һарыҡтар үрсетеү өсөн уңайлы урын табыу, дегет ҡыуыу пункты-на ут үткәреү һәм башҡа - йүнселдәрҙең бер генә тәҡдим-үтенесе лә «кеше ҡайғыһы - төштән һуң» тип һалып ҡуйылмай: йә хәл ителә, йә, ауыр кәртә-ҡытыршылыҡтар пәйҙә була икән, икенсе варианттар тәҡдим ителә. Был ултырышта Руслан Ғәлийән улы шулай уҡ сәнәғәт майҙансыҡтары урынлаштырыу өсөн ҡулай ер участкалары исемлеген төҙөргә ҡушты, инвестиция пас-порттары төҙөлөп, йүнселдәргә тәҡдим ителәсәктәр.
«Инвестиция сәғәте» да-ими рәүештә район хакимиәтендә һәр кесаҙна үтәсәк. Алдан яҙылырға кәрәк: Башҡортостан Республикаһының Инвестициялар порталы -
https://investrb.ru/ru/
(«Инвестиционный час. Подать заявку» бүлеге).
Айрат НУРЕТДИНОВ.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде