Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Апрель 2019, 10:56

Тиҙерәк өлгөрөп ҡалығыҙ!

Ҡала-районыбыҙҙа йәшәүселәр һанлы телевидениеға күсеүен дауам итә. Дөйөм алғанда, республикала әлеге көндә ун меңдән ашыу йорт хужалығы яңы форматҡа күсмәгән.

Ҡала-районыбыҙҙа йәшәүселәр һанлы телевидениеға күсеүен дауам итә. Дөйөм алғанда, республикала әлеге көндә ун меңдән ашыу йорт хужалығы яңы форматҡа күсмәгән.

Быйыл түләнә

Был һан көндән көн кәмей бара. Билдәле булыуынса, ғәҙәти аналог алымдағы каналдарҙы күрһәтеү 2019 йылдың 3 июнендә туҡтатыласаҡ. Шуға тиклем халыҡҡа телевизорҙы ниндәй антенна менән ҡараясаҡтарын хәл итергә кәрәк.

Һанлы телевидениеға тоташтырыу буйынса аңлатыу эштәре күптәнән бирле бара. Иң мөһиме, дәүләт тә граждандарға ярҙам итә. Мәҫәлән, гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙыуыбыҙса, пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағы кешеләрҙең, мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләрҙең (ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы мохтаж ғаиләләр) телевизорға приставка һатып алғанда бер мең һумғаса компенсация алыуға хоҡуғы бар. Компенсацияны ағымдағы йылдың 25 декабренә тиклем юллап өлгөрөргә кәрәк. Уның суммаһы быйыл һатып алынған һанлы телевидение ҡорамалының хаҡына ҡарап билдәләнә, әммә бер мең һумдан артыҡ була алмай.

Эш нисек бара?

Төбәгебеҙҙә лә был эш әүҙем бара, кемдәрҙең ташлама менән файҙаланырға хо-ҡуғы бар, уларҙың исемлеге төҙөлгән. Ауыл хакимиәттәре был категорияға ингән кешеләрҙе иҫкәртеп, ғаризалар яҙҙыра. Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы кешегә пенсияһына федераль өҫтәмә бармы-юҡмы икәнен пенсия фонды йә иһә «Дәүләт хеҙмәттәре» сайттарында шәхси кабинетыңа инеп белергә мөмкин. Ташлама юллағанда пенсионерҙар паспорт, федераль өҫтәмә алыуын дәлилләгән документтар һәм йәшәгән урынында теркәлеүе тураһында белешмә әҙерләргә тейеш. Балалы ғаиләләрҙән иһә паспорт, йәшәү урынынан һәм балаларға пособие алыу тураһындағы белешмә кәрәк.

Башҡортостанда ике ай ярым эсендә дәүләт ярҙамына 5500 кеше дәғүә белдергән.

Әйткәндәй, был булышлыҡ тик беҙҙең республикала ғына атҡарыла. Илдең башҡа төбәктәрендә һанлы телевидениеға күсеү - һәр кемдең шәхсән эше. Әгәр ҙә һанлы приставка өсөн компенсацияға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа 8(347)282-40-35, юлдаш антенналарын урынлаштырыуға бәйле һорауҙар буйынса 8-800-347-00-55 телефондарына шылтыратып мәғлүмәт алырға мөмкин (эш ваҡыты 09.00-18.00 сәғәткә тиклем, төшкө ял 13.00-14.00 сәғәттә). Рәхим итегеҙ!

Ауыл хакимиәттәрендә һанлы телевидениеға күсеү нисек бара икән?

Белгес Әлмира Юнысова әйтеүенсә, Иманғол ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа үрҙә телгән алған ташламаға хоҡуҡтары булғандарҙан ғаризалар яҙҙырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенә кире яуап килгән. Ҡайһы берәүҙәр башҡа антенна менән файҙаланғас, үҙ теләктәре менән баш тартҡандар. Ошо ауылда йәшәүсе Ғәлимнур ағай телевизорын һанлы телевидениеға былтыр уҡ тоташтырған.

Егермене күрһәтә!

- Быға тиклем дүрт кенә канал ҡарай инем, яңы форматҡа күскәс, егермене күрһәтә. Нисек тоташтырырға, тип баш вата инем. Гәзиттә иғлан күреп ҡалдым, приставка килтереп ҡуйып киттеләр. Эше менән бергә ике мең һум булды, - ти ул.

Ҡунаҡбай ауыл Советында ла эш яйға һалынған.

- Илтабан, Аҡҡужа, Ҡунаҡбайҙан льготалы категорияға ингән 50 кешенән заявкалар ҡабул иттек. Тәүҙә өй буйынса йөрөп, һәр береһенә әй-теп сыҡтыҡ, урында уҡ ғариза яҙҙырттыҡ. Өйҙә булмағандарға ҡағыҙ ҡалдырҙыҡ, һу-ңынан ауыл хакимиәтенә үҙҙәре килделәр. 50 кешенең дә заявкаһына ыңғай яуап килде, тағы ла ете ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Ҡунаҡбай ауылының яңы биҫтәһендә урынлашҡан бер йортҡа сигнал килмәй. Хужаһы ғариза яҙҙы, белешмә килтерҙе, яуап көтәбеҙ, - тине хакимиәттең ойоштороу эштәре буйынса белгесе Юлиә Ҡадирова.

Мәҫәлән, DVB-T2 стандартлы заманса телевизорға дециметрлыҡ телевизион антеннаны тоташтырыу ҙа етә. Бынан алдараҡ сығарылған телевизорҙарҙы (2014 йылға тиклемге) тоташтырыу өсөн DVB-T2 стандартлы һанлы приставка кәрәк буласаҡ. Алдан хәстәрләп өлгөрөгөҙ!

Нурия ШӘРИПОВА.


Читайте нас в