Быйылғы яҙ һыуыҡ һәм ҡоро булһа ла талпан кеүек ҡан эскестәр уянып, мәкерле эшен башлаған да инде.
Үҙәк ҡала дауаханаһының табип-эпидемиологы Мәүлиҙә Зәйнәкәева белдереүенсә, ағымдағы йылда 11 талпан тешләү осрағы теркәлгән, уларҙың бишәүһе балаларға тура килә. Кеше өсөн үтә хәүефле булған был бөжәктәр, ғәҙәттә, апрель-май һәм сентябрь-октябрҙә үтә актив була, ҡаҙалыу осраҡтарының артыуы нәҡ ошо мәлдәргә тура килә икән.
Табип-эпидемиолог хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың апрель - октябрендә талпан тешләүенә мөрәжәғәт итеүсе 405 кеше теркәлгән булған.
Талпан, ысынлап та, мәкерле бөжәк. Уның һөжүмен кеше һиҙмәй, сөнки ул эшен башлар алдынан яраға ауыртыуҙы баҫа торған шыйыҡса ебәрә. Шуға күрә лә ялҡынһынған урынды беҙ ике-өс тәүлек үткәс кенә күрергә мөмкинбеҙ. Әгәр ҙә һеҙ тәнегеҙҙә талпан табаһығыҙ икән, кисекмәҫтән үҙәк ҡала дауа-ханаһының травмотология бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ (тел.: 3-64-67), белгестәр һеҙгә бөжәктән имен генә ҡотолорға ярҙам итер.
Әгәр ҙә талпан балағыҙҙы тешләгән икән, уға тиҙ арала иммуноглобулин инъекцияһы ҡуйыласаҡ. Ололарға был укол паразит бөжәк инфекциялы тип табылған осраҡта ғына эшләнәсәк. Талпандың энцефалит йәки боррелиялар менән зарарланмағанмы икәнен ҡалабыҙҙың шәхси медицина клиникаларында тикшертергә була. Улар үҙ сиратында бөжәкте Өфө һәм Силәбе ҡалаларына ебәрә.
Талпан энцефалитын профилактикалауҙың бер сараһы тип белгестәр вакцинацияны атайҙар. Уның тәүге этабы март-апрель айҙарында уҡ уҙғарыла. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Страховка полисы талпан тешләүенән ҡотҡармаған хәлдә лә, уның эҙемтәләрен дауалаған мәлдә сығымдарҙы күпкә кәметәсәк. Страховка килешеүенең уртаса хаҡы 200-300 һум тип баһалана.
Учалыла бындай страховканы «Энергогарант» компанияһында эшләтергә мөмкин (ҡалабыҙҙың Ленин урамы, 5-се йорт, телефоны: 6-05-65).
Белеүебеҙсә, оҙайлы май байрамдары яҡынлаша. Халыҡ гөрөлөп тәбиғәт ҡосағына сығасаҡ, тигән һүҙ. Зинһар, урманға сыҡҡанда тәнегеҙҙе тулыһынса ҡаплаған кейем кейегеҙ, үҙегеҙҙе йышыраҡ тикшереп тороғоҙ, дарыуханалар-ҙа һәм магазиндарҙа һатылған репелленттарҙы файҙаланырға онотмағыҙ. Был саралар бер ни тиклем бөжәк һөжүмен кисектерергә ярҙам итәсәк. Һәм, әлбиттә, усаҡ яғыуҙарҙың янғынға илтеүе, тәртипһеҙ рәүештә ҡайын һыуы ағы-ҙыуҙарҙың тәбиғәткә оло хилафлыҡ, зыян менән янауын онота күрмәгеҙ. Беҙ тәбиғәткә дошман түгел, ә дуҫ икәнлекте иҫтән сығармайыҡ!