Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
15 Май 2019, 10:11

Ҡабул итеүҙәргә ашығығыҙ!

Үҙәк ҡала дауаханаһының мо-биль ФАП бригадаһы район буйынса йөрөп, ҡабул итеүҙәр ойоштороуҙы дауам итә.

Үҙәк ҡала дауаханаһының мо-биль ФАП бригадаһы район буйынса йөрөп, ҡабул итеүҙәр ойоштороуҙы дауам итә.

Алдан раҫланған теҙмәгә ярашлы, 14 май көнө Урал ауылында, 15 майҙа - Рудник ҡасабаһында, 16 майҙа - Юлдашта, 17 май көнө - Илтабан ауылында, 20 майҙа - Озерныйҙа, 21 майҙа - Оҙонгүл ауылында, 22 майҙа - Батталда, 23 май көнө -Амангилделә, 24 май - Муса ауылында, 27 майҙа - Ишкендә, 28 майҙа - Иҫтамғолда, 29 майҙа - Мәҫкәү ауылында, 30 май көнө - Ҡыйҙыш һәм Танычау ауылдарында, 31 майҙа Бөйҙөлә табиптар халыҡты сығып ҡабул итәсәк, тип белдерелә.

Бынан тыш, Рәсәйҙә бушлай һәм ирекле диспансеризацияның яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде, тип белдерҙе федераль киң мәғлүмәт саралары. Хәҙер 40 йәше тулған һәр кем йыл һайын диспансеризация үтергә тейеш. Был онкология сирҙәрен иртә асыҡлау өсөн эшләнә - скринингтар тәғәйенләнәсәк.

18-39 йәшлектәр өсөн кампанияны өс йылға бер тапҡыр уҙғарыу тәртибе һаҡлана, ләкин улар йыл һайын профилактик медицина тикшереүе үтергә хоҡуҡлы. Тикшерелеүҙәрҙе инҡар итмәгеҙ, файҙаһы тейер.

Айзилә АЗАМАТОВА.


Читайте нас: