Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
7 Июнь 2019, 10:39

Милли проекттар тураһында

Алты йылда Рәсәй Федерацияһы халыҡтың тормошон яҡшыртыуға 28 триллион һум аҡса йүнәлтәсәк.

12 милли проект ғәмәлгә ашырыласаҡ. Башҡортостанда был өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 175,1 миллиард һум бүленә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр?

Демография 2016 йылдан алып илдә тыуым кәмей, шуға ла иң мөһим проекттарҙың береһе - демография. Республикала был маҡсатҡа 34,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Был аҡса түбәндәгесә маҡсаттарҙа тотоласаҡ:

- мохтаж ғаиләләргә тәүге балаһы тыуғанда (яҡынса 6000 ғаилә, ай һайын - 10 мең һум) түләү башҡарыу;

- күп балалы ғаиләләргә алты процентлыҡ ипотека кредиты льготаһы биреү;

- мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә республикала 2000 самаһы ЭКО процедураһы (ауырға ҡалыуға булышлыҡ итеү) башҡарыу;

- 2019 йылда Өфө, Күмертау, Бәләбәй ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында һәммәһе 19 балалар баҡсаһы төҙөү һәм реконструкциялау.

Бөгөнгө көндә 1,5-3 йәшлек сабый балалар баҡсаларына сиратта тора икән, 2024 йылға тиклем был сираттар тамам бөтөрөлөргә тейеш.

Һаулыҡ һаҡлау. Милли проекттар сиктәрендә Башҡортостандың был өлкәһенә 16,4 миллиард һум бүленә. 7 миллиард һумдан ашыуы йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтеләсәк.

Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы сафҡа индерелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында, Күмертауҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскиҙа, Салауатта, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.

Быйыл 18 балалар поликлиникаһына һәм балалар поликлиникаһы бүлексәләренә ремонт үткәрелә. Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында ике яңы балалар поликлини-каһы сафҡа индерелә.

Һәммәһе 22 фельдшер-акушер пункты төҙөлә һәм ремонтлана, 27 күсмә медицина комплексы һатып алына. Ошо маҡсаттарға 625 миллион һум ҡаралған.

Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 миллион тотоласаҡ. 2018 йылдың аҙағында Башҡортостанда 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы белгесе етешмәй ине. 2019 йылдың беренсе кварталында, күрелгән саралар ярҙамында, Башҡортостанда табиптар - 185-кә, ә урта профилле белемгә эйә медицина хеҙмәткәрҙәре 216 кешегә артты. Ләкин мәсьәләне аҙағынаса хәл итергә кәрәк.

Район дауаханаларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа күҙаллана.

Мәғариф. Милли проектҡа 17,5 миллиард һум йүнәлтелә. Алдағы ике йылда 21 яңы мәктәп асыласаҡ. 2024 йылға тиклем ике сменала уҡытыу-ҙы бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Республика бюджеты иҫәбенә Өфө районының «Милов паркы» ҡасабаһында 1225 урынға иҫәпләнгән яңы дүрт ҡатлы мәктәп төҙөлә.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 1650 урынлыҡ мәктәп менән дөйөм белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, республиканың адреслы инвестиция программаһына Булгаков, Жуков, Чесноковка, Иглин ауылдарында мәктәп төҙөлөштәре индерелә.

198 ауыл һәм бәләкәй ҡала мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.

Быйыл өс яңы балалар технопаркы асылыуы күҙаллана: роботтар, пилотһыҙ осоу аппа-раттары төҙөү, аэройыһан инженерияһы йүнәлештәре.

Мәҙәниәт. Барлығы 6,3 миллиард һум бүленә. Төп бурыс - төпкөлдәге ултыраҡтарҙа мәҙәниәт учреждениеларын тергеҙеү. 2024 йылға тиклем 26 мәҙәниәт-ял учреждениелары төҙөләсәк, бер бинала капиталь ремонт үтәсәк. 10 күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) алынасаҡ. Интернетлы модулле яңы китапханалар асыласаҡ. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе һәүәҫкәр коллективтар һәм НКО-ларға грант ярҙамы апаруҡ көсәйтеләсәк.

Торлаҡ һәм ҡала мөхите. Был милли проектҡа 6,4 миллиард һум йүнәлтелә. 1,5 тапҡырға торлаҡ төҙөү күләме артасаҡ (йылына 3,7 млн квадрат метрға тиклем). Кәмендә 135 мең квадрат метр социаль торлаҡҡа тура киләсәк. Торлаҡ-аҡса туплау программаһында (программы жилищно-накопительных сбережений) ҡатнашыусылар һанын 9000-гә еткереү, 22,9 квадрат метр авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү күҙ уңында тотола.

Быйыл 142 парк, сквер, ял урыны һәм башҡаһы төҙөкләндереләсәк.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар. 33,4 миллиард һум бүленә, шул иҫәптән 9,4 миллиард һумы - федераль ҡаҙнанан килеү планлаштырыла.

Быйыл Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел аша яңы күпер һалына башлаясаҡ. 2021 йылда тамамлау күҙаллана, хаҡы - 3,5 миллиард һум.

«Өфө - Ырымбур» Р - 240 автомобиль юлын реконструкциялау, иң хәүефле тип табылған юл участкаларында 430 фотовидеотеркәү камераларын урынлаштырыу күҙ уңында тотола проектта.

Төп бурыс - юл-транспорт һәләкәттәрендә үлем осраҡтары 2017 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға кәмергә тейеш. Бик мәслихәт.

Экология. 45,1 миллиард һум йүнәлтелә. 2024 йылға законһыҙ сүплектәр бөтөрөләсәк һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса заманса комплекстар эшкә егеләсәк, тип билдәләнә.

Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары проектлана.

Башҡортостан һыу сифатын яҡшыртыуға, һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыуға 4,2 миллиард һум аҡса аласаҡ яҡын арала.

Алты йылда урман ултыртыу буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Бының өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, тип әйтелде.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү. Был маҡсатта 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Әлеге ваҡытта 20 предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса махсус программала ҡатнаша. Йыл аҙағына был күрһәткес 50-гә етергә тейеш.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ. Ошо йүнәлештәге милли проектҡа 4,8 миллиард һум бүлеү ҡаралған икән.

2024 йылға Рәсәйҙә 25 миллион кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта эшләйәсәге фаразлана, тип әйтелә.

Өфөлә «Минең бизнесым» тигән үҙәк асылды (Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт). Был йүн-селдәр өсөн кәңәш һәм мәғлүмәт ярҙамы буласаҡ.

Быйыл шундай үҙәкте тағы ла Нефтекамала асыу күҙаллана. Өфөлә Эшҡыуарҙар йорто асыу планлаштырыла.

Башҡортостанда бәләкәй һәм кесе бизнес предприятиеларында эшләүселәр һанын быйыл 415 мең кешегә еткереү күҙаллана. Ә 2024 йыл республикала фермер хужалыҡтарында һәм ауыл хужалығы кооперацияһында эшләүселәр һаны ун һигеҙ мең кешегә етәсәге самалана.

Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт. Ошондай милли проектҡа 4,93 миллиард һум йүнәлтелә. Сеймал һәм энергетик булмаған тауар һатыу күләме 2024 йылға 3,8 миллиард долларға етергә тейеш. Ауыл хужалығы тауарҙары һатыуҙы иһә әлеге 76,3 миллион долларҙан өс тапҡырға тиерлек арттырып, 230 миллион долларға еткереү бурысы тора.

Ташыу күләмен арттырыу өсөн «Өфө» халыҡ-ара аэропортында 480 миллион һумға авиация йөк комплексы төҙөү мөһим ваҡиға буласаҡ.

Фән һәм ғилем. «Фән» проектына 4 миллиард һум бүленә. Башҡортостан ғилми-мәғариф үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнашасаҡ. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, 2020 йылда республикала комплекслы ғилми-техник проекттар буйынса университеттар, ғилми ойошмалар, иҡтисадтың корпоратив секторын берләштергән берҙәм һанлы платформа барлыҡҡа киләсәк, тип белдерелә милли проектта.

Быйыл йәш ғалимдарға ғилми проекттарға берәр миллион һум грант биреү күҙаллана (2018 йылда 30 ғалим ошо рәүешле дәртләндерелә).

Һанлы иҡтисад. Был милли проект өсөн 600 миллион һум бүленә. 2024 йылға тиклем республиканың 1200-ҙән ашыу мәктәп һәм лицейы, 2060 ФАП, 280 ауыл хакимиәте киң форматлы интернетҡа тоташтырыласаҡ. Бирһен Хоҙай, эштәр уң барһын.

Фәрзәнә ҒӘЛЛӘМОВА

әҙерләне.
Читайте нас: