Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
7 Июнь 2019, 10:34

Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» күләмле акцияһы старт алған.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» күләмле акцияһы старт алған.

Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү сараһы апрелдә башланды һәм октябргәсә дауам итәсәк, тип белдерелде. Күсмә мобиль медицина автопоезы республикабыҙ райондары буйлап йөрөп тикшереүҙәр уҙғара, шулай уҡ унда бихисап диагностика һәм дауалау саралары уҙғарыу ҙа ҡаралған.

Проекттың маҡсаты - ауылда йәшәүселәрҙә сирҙе алдан асыҡлау. Белеүебеҙсә, поликлиникаларҙа белгестәргә, ғәҙәттә, бер-ике аҙна алдан яҙылыу талап ителә.

Йүнәлтмә алыу һәм башҡа мәшәҡәттәр менән иң ҡәҙерле мәл юғала. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тәүләп ойошторолған акция шундай сираттарҙы кәметеүгә булышлыҡ итә лә инде. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙға һөйөнөслө яңылыҡты хәбәр итергә ашығабыҙ! Киләһе аҙнала сәләмәтлек автопоезы Учалы районында эшләйәсәк.

Иғтибарлы булығыҙ, теҙмә түбәндәгесә: 13 - 16 июндә - Илсеғол ауылында, 19 - 22 июндә - Туңғатарҙа, 23 - 28 июндә - Сәфәрҙә һәм 29 июндән 4 июлгә тиклем Ахун ауылында ҡабул итеүҙәр ойошторола. Ҡаралып ҡалығыҙ!

Бынан тыш, ғәҙәттәгесә, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының июнь айында ауылдар буйынса йөрөп эшләйәсәк күсмә мобиль ФАП-ының теҙмәһен тәҡдим итеү ҙә артыҡ булмаҫтыр. 7 июндә - Ғәлиәхмәрҙә, 10 июндә - Ишмәкәйҙә, 11 июндә - Ҡужайҙа, Аҙнашта һәм Шәриптә, 12 июнь көнө Ҡаҙаҡҡол менән Ҡарағужа ауылдарында табиптар ҡабул итәсәк. Белгестәр ауылдарға уҡ килгәс, тороп ҡалмағыҙ!

Гүзәл ЛАТИПОВА.


Читайте нас: