Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
18 Июнь 2019, 10:52

Күсмә ФАП - бик тә килешеп китте

«Сәләмәтлек сәғәте» форматы сиктәренән сығып ойошторолған мобиль фельдшер - акушер пункты ауылдарҙа көн күргән халыҡ өсөн бик ҡыуаныслы булды. Бигерәк тә, был күсмә ФАП - ҡа төпкөл ауылдарҙа көн күргән, ситкә сығып йөрөү мөмкинселеге булмаған оло йәштәгеләр шатланды.

«Сәләмәтлек сәғәте» форматы сиктәренән сығып ойошторолған мобиль фельдшер - акушер пункты ауылдарҙа көн күргән халыҡ өсөн бик ҡыуаныслы булды. Бигерәк тә, был күсмә ФАП - ҡа төпкөл ауылдарҙа көн күргән, ситкә сығып йөрөү мөмкинселеге булмаған оло йәштәгеләр шатланды.

Ошо күләмле акцияны ойошторған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латиповҡа, баш табиб урынбаҫары Жанна Балясоваға, шулай уҡ Уральск участка дауаханаһы терапевы Зинфира Да-уытоваға, ваҡытында анализдарҙы ҡабул итеп, тикшереүҙәр үткәреп, тапшырып ултырыусы лаборант Тәнзилә Лоҡмановаға, Рәйҙә Мәүлитбаеваға, үҙебеҙҙең Мәҫкәү ауылы фельдшер-акушер пункты табибы Гөлдәр Наил ҡыҙына Мәҫкәү ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

- Беҙ, Аллаһҡа шөкөр, фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ. Оҙаҡ йылдар алһыҙ-ялһыҙ эшләй, көн тимәй, төн тимәй, һәр ваҡыт саҡырыуҙарға йөрөй. Ауыл кешеһе күңелендә-тәнендә ниндәйҙер ауырыу-һыҙлау тойһа, иң элек фельдшерҙарға йүгерә. Улар - ауылдың төрлө йүнәлештәге табибы урынында. Һауығырына өмөтләнеп килгәндәрҙең күңелен һүрелтмәй, ышаныс уята ала беҙҙең табибыбыҙ.

Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй беренсә йөрөп ҡарап сығырға ла, профилактик тикшереүҙәр, медицина процедуралары эшләргә лә өлгөрә Гөлдәр Наил ҡыҙы, - тип үҙенең фекерҙәре менән бүлешә Мәҫкәү ауылы ағинәйҙәренең береһе Мәүжиҙә әбей Ғайсина.

Күсмә ФАП-тар ойошторолоуға фельдшер Гөлдәр Наил ҡыҙы үҙе лә ҡыуанып бөтә алмай:

- Был күсмә ФАП-тарҙы ойошторғанға ныҡ рәхмәтлемен. Ауыл халҡы өсөн бик уңайлы булды. Беҙҙең ауыл халҡын ике тапҡыр хеҙмәтләндереп ҡайттылар. Йылдар дауамында дауаханаға йөрөмәгәндәр, ауыл халҡының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше арҡаһында, ҡаралырға бара алмағандар ҙа анализдар тап-шырып, ЭКГ, акушер-гинеколог, терапевҡа күренеп ҡалдылар, кәңәшләшә алдылар.

Кеше ғүмерҙәренең һағында торған аҡ халатлы табиптарыбыҙға бөтә Мәҫкәү ауылы халҡы исеменән их-лас рәхмәт әйтке килә. Һеҙгә фиҙаҡәрлегегеҙ һәм үҙ һөнәрегеҙгә тоғролоғоҙ, изгелегегеҙ һәм кеше яҙмыштарына битараф булмауығыҙ өсөн бөтә йөрәктән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, эштәрегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә бәхете булыуын теләп ҡалабыҙ.

Гөлшат ЛОҠМАНОВА,
Мәҫкәү ауылы.

Читайте нас: