Киләсәк тураһында ла уйларға кәрәк. Республикала йәшелләндереү һәм ағастар ултыртыу өсөн 2024 йылға тиклем 380 миллион үҫентеләр әҙерләнәсәк, урман янғындарын һүндереү өсөн яҡындағы алты йылда 2 миллиард һумлыҡ техника һатып алынасаҡ.
Дәүләт етәкселеге иғлан иткән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү реформаһы хәҙер законлы нигеҙҙә тормошҡа ашырыла. Яңы ҡабул ителгән законға ярашлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү нормаларын һаҡламаған граждандарға 2-3 мең һум күләмендә штраф, вазифалы етәкселәргә 30-40 мең һум штраф, юридик ойошмаларға 250-350 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Шулай уҡ малсылыҡ ҡалдыҡтары өсөн айырым граждандарға 5-7 мең һум, юридик шәхестәргә 50-60 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары мөмкин.