Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
28 Июнь 2019, 15:04

Һимертеүен һимерт, үҙҙәре килеп ала

Районыбыҙҙа малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы ваҡытта күпләп эре мөгөҙлө мал аҫраусылар күбәйҙе.

Районыбыҙҙа малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы ваҡытта күпләп эре мөгөҙлө мал аҫраусылар күбәйҙе.

Әлбиттә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятып булмай, үҙең ише эшҡыуарҙарҙың хеҙмәт алымдары менән танышыу, тәжрибә туплау, бергәләшеп яңы төр проекттарҙы тормошҡа ашырыу яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерегә мөмкин-лек бирә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин Рысай ауылынан «Прогресс» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мирхәт Хисмәтуллин менән Ейәнсура районындағы «Новопетровское» хужалығына барып эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып ҡайттылар.

Хужалыҡ малсылыҡты үҫтереү менән ентекле шөғөлләнә. Италияның ит йүнәлешендәге «Кремонини груп» компанияһы мәнфәғәттәрен күҙәтеүсе «Оренбив» йәмғиәте менән тулы хеҙмәттәшлек башлаған.

Бергәләшеп эре мөгөҙлө малдарҙы һимертеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән мәшғүлдәр. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ эштәр башҡарылған, ҡуралар үҙгәртеп төҙөлгән, аҙыҡ һалғыс ҡуйылған. Былтыр 140 баш «мондалонг» тоҡомло үгеҙҙәр, 60 баш «лимузин» быҙауҙар килтерелгән.

Көҙ айҙарында дүрт йөҙҙән ашыу «симменталь» һәм «абердинангус» тоҡомло эре мөгөҙлө мал ҡайтарырға уйлайҙар. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 755 баш мал аҫрала. Тағы ла 250 урынға иҫәпләнгән комплексты төҙөкләндереү планлаштырыла, ангар бинаһы эшләйәсәктәр.

Әйткәндәй, «Кремонини груп» (Gruppo Cremonin) - Европалағы иң ҙур компанияларҙың береһе, Италияла һыйыр итен һәм эшкәртелгән ит продукттарын етештереү, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына аҙыҡ-түлек һатыуҙы һәм бүлеүҙе ойоштороу буйынса лидер. Республикабыҙҙа юғары тех-нологиялы фидлоттар (һимертеү майҙансыҡтары) бер нисәү. Предприятие уларҙы төҙөүҙе бер нисә йыл элек башлаған. Компания етәкселеге Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле тип һанай. Фидлоттар ит малсылығын үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк, тип көтөлә.

Яҡташтарыбыҙ хужалыҡтағы эш барышы менән танышты, малдарҙың торған урындарын ҡараны. Үрҙә телгә алынған проектҡа ярашлы, «Оренбив» йәмғиәте хужалыҡҡа ит йүнәлешендәге уртаса ике йөҙ килограмлыҡ йәш малдарҙы һимертергә килтереп ҡуя һәм улар тәғәйен ауырлыҡҡа - 450-500 килограмға еткерелгәс - билдәле хаҡҡа һатып ала.

- Ошондай һимертеү майҙансыҡтарын төбәгебеҙҙә булдырыу актуаль күренеш. Әлеге системаны тормошҡа ашырыу өсөн бизнес-шаблон төҙөү күҙаллана. Учалыла проект менән ҡыҙыҡһыныусы бер нисә эшҡыуар бар, - тине Алмас Адик улы.

Әлбиттә, ымһындырғыс проект. Хәҙерге заманда күпләп мал аҫраусыларҙың төп проблемаһы - етештергән продукцияларын нисек тә булһа һатыу. Бында иһә һинең төп бурысың - малды һимертеү, әлбиттә, мал аҙығы базаһы ла кәрәк. Көрлөгөнә ҡарап аҡсаһын түләйәсәктәр. Ҡайҙа тапшырайым, тип ҡаңғырып йөрөмәйһең.

Әгәр ҙә, кем дә кем программа менән ҡыҙыҡһына икән, ҡаланың Карл Маркс урамы, 20-се йорт адресы буйынса урынлашҡан район хакимиәтенең 102-се каби-нетына йәки 6-18-22 телефоны буйынса шылтыратып мөрәжәғәт итә ала.

Нурия ШӘРИПОВА.

Читайте нас: