Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
29 Июнь 2019, 15:33

Башҡорт телен көсләп уҡытырға ярамай

«Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүлектән, эшләй белмәүҙән, - тип белдерҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. — Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер.

«Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, ләкин тәү сиратта битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүлектән, эшләй белмәүҙән, - тип белдерҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. — Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр ҙур теләк менән башҡорт телен өйрәнергә әҙер. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында уларға ошо йәһәттән нисек ярҙам итеү тураһында һөйләштек.


Башҡорт телен кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Тиҙҙән иҫке, күңелһеҙ методикаларға алмашҡа интерактив формалар, электрон дәреслектәр, коммуникатив технологиялар килер, уҡытыусыларҙы әҙерләү системаһы ла элеккеһенән айырылып торор. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барабыҙ. Башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, гранттар тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант үткәрәбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә, театрына, кинематографына, киң мәғлүмәт сараларына әүҙемерәк ярҙам күрһәтербеҙ, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн курстар асырбыҙ. Туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Быны беҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәҫ!».

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәгән, республиканы яратҡан һәм уның мәнфәғәте өсөн эшләгән һәр кемдең үҙен башҡорт тип иҫәпләргә хоҡуҡлы булыуын белдерҙе.

«Башҡорттарҙы «башҡортҡа» һәм «башҡорт булмаған»ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер «тел белгестәре» уға «сит кеше» тип ҡарай башлай. Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен».


Читайте нас: