Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
2 Июль 2019, 10:42

Делегат ниндәй фекерҙә?

Башҡортостанда йәшәгән, республиканы яратҡан һәм уның мәнфәғәте өсөн эшләгән һәр кемдең үҙен башҡорт тип иҫәпләргә хоҡуҡлы булыуын аныҡ итеп белдерҙе.

Башҡортостанда йәшәгән, республиканы яратҡан һәм уның мәнфәғәте өсөн эшләгән һәр кемдең үҙен башҡорт тип иҫәпләргә хоҡуҡлы булыуын аныҡ итеп белдерҙе.

«Башҡорттарҙы «башҡортҡа» һәм «башҡорт булмаған»ға бүлеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кемдер телде тейешле кимәлдә белмәһә йәки ниндәйҙер диалектта һөйләшһә, ҡайһы бер «тел белгестәре» уға «сит кеше» тип ҡарай башлай.

Диалекттары әҙәби башҡорт теленә инмәгәндәрҙе айырып ҡарауҙан туҡтарға кәрәк. Уларҙың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда нығыраҡ башҡорт рухлы булыуҙары мөмкин. Әгәр ул башҡортса һөйләшмәй, ләкин үҙен ошо бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тоя, шуның менән ғорурлана икән, ул башҡорт. Мин дә оҙаҡ ваҡыт кеше алдында башҡортса һөйләшмәнем, сөнки әҙәби телде белгәндәрҙең ҡырын ҡарашынан ҡурҡа инем. Ләкин коллегаларым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп туған телемдә аралашам. Һәләтемде киләсәктә лә мөмкин булғанса үҫтерәсәкмен»- тине Хәбиров.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡан делегат, 1-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Ғүмәрова һөйләй:

- Мәғариф өлкәһендә 28 йыл эшләп, шул ваҡыт дәүерендә эшләнелгән бихисап эштәремде, уҡыусыларым менән күп йылдар рәттән республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар алып иң яҡшылар рәтенә кереүҙәре һәм муниципаль кимәлдәге «Учалы районы һәм ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе», «Сығарылыш кисәһе уҡыусыларының яҙғы балы», «Сыңла әҙәбиәт донъяһы» кеүек сараларҙа алып барыусы, лицейыбыҙҙа үткән һәр сараларҙа сценарий төҙөүсе булараҡ, мине белгән һәм хөрмәт иткән коллегаларым ҡоролтайға барырға лайыҡлы тип иҫәпләп кандидатурамды күрһәтте. Миңә ышаныс белдереүҙәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.

Тел буйынса секция эшендә булдым. Секцияла бик күп сығыштар алынғайны. Модераторҙарыбыҙҙан Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова республикала башҡорт теле ғилеменең торошо һәм перспективалары, Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләү мәсьәләләре тураһында ентекле һәм тулы анализ яһанылар.

Йәштәр араһынан Илдар Флүр улы Кинйәбулатовтың, Рузилә Мөнәсир ҡыҙы Кинйәбулатованың, Наҙгөл Рәмил ҡыҙы Ғәлиеваның тәҡдимдәре барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Улар бөгөнгө көндә интернет селтәрҙәренең ҡулланыу даирәһе киңәйгәндән-киңәйә барыуын иҫәпкә алып, башҡорт телен өйрәнеүҙә быны оҫта файҙаланырға саҡыра һәм конкрет эштәр эшләүҙәрен аныҡ итеп күрһәтеп, аңлатып бирә алдылар. Мәҫәлән, башҡорт телен цифрлаштырыу, интернет селтәрендә балалар өсөн башҡорт телендәге контент булдырыу, «Аҫылташ» проектын популярлаштырыу.

Алдынғы уҡытыусыларыбыҙ әлеге көндә башҡорт теле уҡытыусыларын борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡтылар: күп ауылдарҙа филиал булып ҡалған мәктәптәрҙе тергеҙеү, башҡорт теле дәреслектәренең сифатын күтәреү, йөкмәткеһен яҡшыртыу, балалар баҡсаһында уҡ телебеҙҙе өйрәтеүҙе башлау тәж-рибәһен дауам итеү. Дәүләт теле һаналған башҡорт телебеҙҙе ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырып теләк буйынса уҡытыу төптән дөрөҫ булмауын иҫбатланылар. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан ҡурҡып, байтаҡ ауыл уҡыусыларының төрлө колледждарға таралыуы ла хәүеф тыуҙыра, сөнки уларҙың бик һирәге генә артабан уҡыясаҡ. Был иһә ауылдарҙан сыҡҡан, башҡорт телен белгән йәштәрҙең киләсәктә химия, физика, медицина һәм башҡа шундай теүәл фәндәр буйынса махсус белем алмаясағы тураһында һөйләүен, ә был, үҙ сиратында, киләсәктә ошо өлкәләрҙә беҙҙең милли кадрҙарға ҡытлыҡ тыуасағы тураһында асыҡ хәбәр иттеләр.

Тағы ла ошоно әйтеп китеү кәрәктер: фекер алышыуға ваҡыт бик аҙ бирелеүе, докладсыларҙың саманан тыш күп алыныуы, алдан уйланған ҡалыпҡа һалып ҡына барыуы, әйтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләмәй тамамлау - резолюцияға ингән тәҡдимдәр буйынса эштәр тормошҡа ашырылырмы, тигән уйҙар менән таралыштыҡ. Тағы ла, минең уйымса, секция ултырыштары түңәрәк өҫтәл формаһында үтергә тейештер. Бер-береңә ҡапма-ҡаршы ултырып, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүгә етәме һуң?!

Нисек кенә булмаһын, ҡоролтайға башҡорт телен һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарған, үҙ эшенә тоғро булған лайыҡлы милләттәштәр йыйылған, шуға ла уйҙарыбыҙ бер, ниәттәребеҙ изге беҙҙең. Киләсәктә әйтелгән һүҙҙәребеҙ - ғәмәлдәрҙә, уйҙарыбыҙ эштәр менән дәлилләнһен.


Гөлнара ҒҮМӘРОВА,

1-се Башҡорт лицейының

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Читайте нас: