Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
12 Июль 2019, 16:44

Республикала күперҙәр ремонтлана

Быйыл Башҡортостанда 25 автомобиль күпере ремонтланасаҡ һәм төҙөләсәк. Үҙәк матбуғат сараларында хәбәр ителеүенсә, яңы һәм реконструкцияланасаҡ объекттар Дүртөйлө, Краснокама, Баймаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баҡалы Бөрө, Мишкә һәм Илеш райондарында урынлашҡан.

Быйыл Башҡортостанда 25 автомобиль күпере ремонтланасаҡ һәм төҙөләсәк.

Үҙәк матбуғат сараларында хәбәр ителеүенсә, яңы һәм реконструкцияланасаҡ объекттар Дүртөйлө, Краснокама, Баймаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баҡалы Бөрө, Мишкә һәм Илеш райондарында урынлашҡан.

Мәҫәлән, Туймазы районындағы Бишенде йылғаһы аша һуҙылған күперҙе реконструкциялау ваҡытынан алда тамамланған. Уның менән файҙалана башлағандар ҙа инде. Белгестәр билдәләүенсә, был ҡоролма бөтә хәүефһеҙлек талаптарына ла яуап бирә, халыҡҡа ул 25 йыл самаһа хеҙмәт итергә тейеш.


Читайте нас: