Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Июль 2019, 11:12

Ҡағыҙ паспорттар бөтөрөлә!

2022 йылдан башлап илдә ҡағыҙ паспорт урынына чиплы пластик карточка һәм мобиль ҡушымта ҡулланыла башлаясаҡ тип хәбәр итә РБК һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Максим Акимовҡа һылтанма бирә.

2022 йылдан башлап илдә ҡағыҙ паспорт урынына чиплы пластик карточка һәм мобиль ҡушымта ҡулланыла башлаясаҡ тип хәбәр итә РБК һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Максим Акимовҡа һылтанма бирә.


Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда Мәскәүҙә электрон паспорт биреү буйынса пилот проекты башланасаҡ. Унан һуң ике йылдан электрон документтар ҡағыҙ хәлендәгеләрҙе тулыһынса ҡыҫырыҡлып сығарасаҡ.
«Электрон паспорттарҙы киләһе йылдың июленән Мәскәүҙә бирә башлаясаҡбыҙ. Артабан яңы өлгөлө паспорттарҙы биреү пункттарын 1100-ҙән 3000-гә тиклем арттырып, 2022 йыл дауамында иҫке өлгөлө паспорттарҙы биреүҙе тулыһынса тамамлаясаҡбыҙ», — тип хәбәр итте Акимов премьер-министр Дмитрий Медведев үткәргән кәңәшмә һуңында
Формаль рәүештә шәхесте раҫлаусы документтың электрон концепцияһы әлегә раҫланмаған. Шулай ҙа Акимовтың белдереүенән түбәндәгеләр билдәле:


— электрон паспорт чиплы карточка формаһында буласаҡ. Ул тик Рәсәй компонеттарынан торасаҡ һәм ватан программаһында эшләйәсәк. Илебеҙҙә етештерелгән криптографик алгоритмдар ҡулланыласаҡ. «Был юҫыҡта хәүефһеҙлек ҡағыҙ паспорттарға ҡарағанда юғарыраҡ буласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ электрон документты юғалтһағыҙ, уға бер нисә секундта блокировка яһарға мөмкин», — тине Максим Акимов.


— электрон паспорт-карточка 10 йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ, ҡағыҙ документтарҙы электрон хәлдәгенә алмаштырыу эйәһе теләгендә башҡарыласаҡ.


— тәүҙә электрон паспорт алыу пошлинаһы ҡағыҙ паспорт алғандағы кеүек 300 һум тәшкил итәсәк, артабан иһә уның суммаһы арттырыласаҡ.


— карточкаға өҫтәмә рәүештә мобиль платформалар өсө ҡушымталар сығарыласаҡ. Был сервис бушлай күрһәтеләсәк һәм уны дәүләт программалаусылары яҙасаҡ.
«Электрон паспорт дәүләт органдары, дәүләт һәм коммерциялы хеҙмәттәрҙе алыуҙа ярҙам итәсәк. Анкеталар тултырыу, белешмәләр юллау, уларҙа хаталаныу бөтәсәк. Электрон документты алдап яһау, уны сафтан сығарыу ҙа ауыр буласаҡ», — тип белдерҙе кәңәшмә мәлендә Дмитрий Медведев.
"Башинформ" мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: