Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Июль 2019, 10:50

Гәзит килмәй икән - шылтыратығыҙ!

Белорет почтамты начальнигы Андрей Гревцев Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп, журналистарҙың, район халҡының телефон йә интернет аша биргән һорауҙарына яуап бирҙе.

Белорет почтамты начальнигы Андрей Гревцев Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп, жур-налистарҙың, район халҡының телефон

йә интернет аша биргән һорауҙарына яуап бирҙе.

Башта үҙебеҙ өсөн әһәмиәтле төп мәсьәләгә туҡталайыҡ. Йыш ҡына «Яйыҡ» гәзите ваҡытында килтерелмәгән осраҡтар булғылай.

Бәғзе яҡташтар дәғүә менән мөхәрририәткә шылтырата торған йә үпкәләп, яҙылыуҙан туҡтайҙар. Почта хеҙмәте оҙайлы үҙгәртеп ҡороуҙар кисергәс, ни әйтергә белмәй аптырап та ҡала торғайныҡ. Андрей Юрьевич һәр бындай осраҡтың осона сығырға вәғәҙә итте. Һәм районыбыҙҙағы контакт телефондарын бирҙе. Хәтерләп ҡуйығыҙ: алып барыу (доставка) бүлеге начальнигы Дина Мәүлит ҡыҙы Баймөхәмәтова - 89697450487; өлкән инструктор Ирина Григорьевна Мусина - 89625345093. Гәзит ваҡытында килтерелмәй икән, шылтыратығыҙ!

Почтальондар етешмәү, ҙур ултыраҡты бер генә кеше хеҙмәтләндереү ауырға төшөүе тураһында ла һүҙ сығарҙыҡ. Иманғолға нормалаусы белгес ебәрергә вәғәҙә итте - хеҙмәтләндереү күләме ҡаралғандан арта икән, штатты арттырыу ҙа мөмкин, ти.

Әлбиттә, почтальондарҙың ифрат түбән эш хаҡтары тураһында ла әйттек: ауыр муҡса күтәреп саҡрым-саҡрым араны йәйәү атлағандарҙың байтағы закон ирек биргән иң минималь эш хаҡына йөрөй бит. Төрлө хеҙмәтләндереү (мәҫәлән, сауҙа) менән уңышлы шөғөлләнгәндәр ҙә сереп байып китә алмай икән - айы-на 12-15 мең һум. Был тәңгәлдә Андрей Юрьевич шуны әйтте: әлеге ваҡытта «Рәсәй почтаһы»н акционерлаштырыу процедураһы актив фазаһына еткән, һуңынан хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтары күтәреләсәк, ти.

Тик бына приватизациянан һуң хеҙмәтләндереү хаҡтары ла ныҡ күтәрелмәһен инде! Былай ҙа район гәзиттәре подписка хаҡының апаруҡ өлөшөн тап почта сығымдары тәшкил итә (44%). Әммә ошо тәңгәлдә Белорет ҡунағы теүәл бер нәмә лә әйтмәне, сөнки был өлкә республика инстанциялары ҡарамағында булып сыҡты.

Почта бүлексәләре һыра һатыу менән шөғөлләнергә йыйыныуҙары тураһында ла А.Ю. Гревцев теүәл генә яуап ҡайтарманы. Эйе, был һорау беҙҙе борсой. Гәзит-журнал рәүешендә «рухи аҙыҡ» өләшеү менән бер рәттән хәрәм хәмер менән халыҡты аҙҙыра башлаһалар, яҡшы түгел инде. Тора бара, тик финанс отошлоҡто ғына күҙ уңында тотҡанда, гәзит-журнал яҙҙырыу һәм таратыуҙың бөтөнләй ҡыҙығы ҡалмауы бар бит... Бәғзе кешеләр ярты йыл буйына килгән гәзиткә яҙылғанда ғына һәр тинде иҫәпләргә тотона, ярлылыҡҡа бәлә һала, ә эсеү тигәндә аҡса һәр саҡ табыла инде ул! Андрей Юрьевич ниҙер өҙә генә әйтмәне, һүҙенән шуны аңланыҡ: бөгөнгө көндә районыбыҙ почтаһы һыра һатыу менән шөғөлләнмәй, ләкин киләсәктә тотоноуҙары ла бар, тейешле рөхсәттәр юллана. Әммә мәгәр, берәй ауыл халҡы сходҡа йыйылып, почта бүлексәһендә һыра һатылыуға ҡаршыбыҙ, тип ҡарар сығара икән, был фекер мотлаҡ иғтибарға алынасаҡ, ти. Аҡыллыға - ишара!

Ә почтаға элек хас булмаған эшмәкәрлек, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән сауҙа, «Почта-Банк» хеҙмәтләндереүе күрһәтеү артабан киңәйә барасаҡ. Төп эштәрен онотмаһалар, быныһы насар ҙа түгелдер - башҡа банк бүлексәләре, ҙур магазиндар булмаған бәләкәй ауылдарҙы күҙ уңында тотабыҙ.

...Андрей Юрьевичтың һүҙенән, Белорет почтамты хеҙмәтләндергән бөтә төбәктәрҙә район гәзиттәре тираждары һиҙелерлек дәрәжәлә кәмей бара. Был хәл бөтә Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙә күҙәтелә инде! Һәләкәтле тенденцияны ситтән битараф күҙәтмәйек инде, яҡташтар. «Яйыҡ» гәзитенә үҙегеҙ яҙылығыҙ, туған-тыумасаларҙы яҙылырға өгөтләгеҙ. Юғиһә, йәшерәһе-батыраһы юҡ - башта башҡорт телендә китаптар, гәзит-журналдар үләсәк, һуңынан тел үҙе лә оҙаҡ йәшәй алмаясаҡ. Ә тел юҡ икән - милләт тә юҡ, беҙҙе башҡаларҙан айырған төп билдә - ғәзиз телебеҙ бит.

Маңҡортҡа ғына Ватан да, әсә теле лә, әсәйҙең үҙе лә кәрәкмәй. Шағир әйтмешләй, «батшаларға башын эймәгән» башҡорт яңы заманалар алдында баш эйеү генә түгел, тамам бәлтерәп бара түгелме? Уйланығыҙ!



Читайте нас: