Ураҙ ауылы халҡы өсөн ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға булды - ауыл амбулаторияһында дарыухана асылды.
«Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған дарыухана пункты барлыҡ заманса талаптарға ла яуап бирә. Ул һыуытҡыс, сауҙа ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ теләгән һәр кеше ҡан баҫымын да үҙаллы үлсәй ала - бының өсөн махсус мөйөш булдырылған. Табип рецепты буйынса дарыуҙар һатып алырға йәки медикаменттарға заказ бирергә лә мөмкин.
Ураҙ ауылындағы дарыухана киң ассортиментлы - бында медицина йүнәлешендәге төрлө изделиелар, космети-ка саралары, шәхси гигиена өсөн төрлө заманса әйберҙәр, ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар ҙа бар.
Бынан тыш, льготалы категория граждандарын дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә ҡаралған. Тимәк, улар хәҙер ауылдан сыҡмайынса ғына үҙ хоҡуҡтары менән файҙалана аласаҡ, тигән һүҙ. Шәп бит!
Дарыухананы тантаналы асыу сараһында «Башфармация» ДУП-ының генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Артур Суфьянов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов, Ураҙ ауыл хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов һәм башҡалар ҡатнашты. Улар барыһы ла был сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтлелеген билдәләй.