Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
26 Июль 2019, 10:43

Ҡабул итеүҙәр ойошторола

Башҡортостан Республикаһының «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһының инициативаһы менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник психотерапевтик үҙәге (РКПЦ) инвалид балаларҙың әсәләре өсөн косультатив ҡабул итеүҙәр ойоштора.

Башҡортостан Республикаһының «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһының инициативаһы менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник психотерапевтик үҙәге (РКПЦ) инвалид балаларҙың әсәләре өсөн косультатив ҡабул итеүҙәр ойоштора.

Амбулатор һәм стационар шарттарҙа табип-психотерапевтар һәм психологтар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләренә ярҙам күрһәтә. Өфө ҡалаһында бындай ярҙамды түбәндәге өс адрес буйынса алырға мөмкин: Менделеев урамы, 136/5; Ш.Руставели урамы, 29 һәм Энтузиастар урамы, 6.

Ағымдағы йылдың алты айында муниципаль-ара психотерапевтик подразделениеларҙың белгестәре тарафынан 54 пациент ҡабул ителгән, ҡайһы берҙәре стационар рәүештә лә дауаланған.

РКПЦ-ла 48 кешегә амбулатор ярҙам күрһәтелгән, 14-е - көндөҙгө стационарҙа дауаланған, өс пациент тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационарҙа ярҙам алған.

«Бәләкәй принцессалар балы» тип аталған инвалид балалар өсөн ойошторолған сарала медицина психологы «Стрестарға тотороҡлолоҡ» темаһына төркөм тренингтары уҙғарған. Был алымды, йәғни төркөмдәр менән эшләүҙе - тренингтар, лекция-лар, әңгәмәләрҙе - киләсәктә лә практикалау күҙаллана.

Консультатив ҡабул итеүҙәргә йүнәлтмәләрҙе һәм графикты «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы көйләй. Был ойошманан йүнәлтмә алған осраҡта, ҡабул итеүҙәр бушлай буласаҡ, телефоны - 8(347) 285-77-07.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, инвалид балаларҙың әсәләренә консультатив ҡабул итеүҙәрҙе Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы табип-психотерапевтары һәм психологтары ла башҡара ала. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Мөрәжәғәт итегеҙ!


Читайте нас: