Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
9 Август 2019, 11:44

«Алға» картаһы менән

«Алға» транспорт картаһы тураһында күптәр беләлер. Уның менән йәмәғәт транспортында иҫәпләшергә мөмкин. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта эшләй башлаған да инде.

«Алға» транспорт картаһы тураһында күптәр беләлер. Уның менән йәмәғәт транспортында иҫәпләшергә мөмкин. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта эшләй башлаған да инде.

Артабан яңы проект республиканың башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырыласаҡ. Карта менән сәфәр хаҡы арзаныраҡ килеп сыға, тиҙәр.

- Йыл аҙағына тиклем учалылар ҙа берҙәм транспорт картаһы менән файҙалана башлар, тип ышанабыҙ. Әлеге ваҡытта проектты өйрәнәбеҙ. Бының өсөн транспорт саралары махсус терминал менән йыһазландырыласаҡ. Контактһыҙ түләү алымы пассажирҙарға ла, водителдәргә лә уңайлы булыр, тип ышанабыҙ. Әлегә йәмәғәт транспортында йөрөүселәрҙең күбеһе бындай карта барлығын беренсегә ишетә икәне асыҡлана.

Был турала беҙгә лә яйлап хәбәрҙар була башлау зарур, - тине Учалы автотранспорт предприятиеһы директоры Фәнүз Шәймәрҙәнов.

Әле транспорт картаһы 50 һум тора. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана. Бер тапҡыр ҡуллана торған, айлыҡ, йыллыҡ карталар буласаҡ.

Читайте нас: