Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. Былтыр Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ошо ваҡытҡа һайлаусыларҙың 49%, ә 2014 йылда Башҡортостан башлығын һайлауҙа 74,89% тауыш биргәйне, тип билдәләне ул. Өфөлә киске сәғәт 8-гә килеү 59,55% тәшкил итте, Башҡортостандың ҡала округтары буйынса дөйөм алғанда - 57,76%. Килеү күрһәткесе буйынса рекорд ҡуйыусылар - Сибай (73,64%) һәм Күмертау (70,94%).
Райондар араһында әүҙемлек буйынса лидерҙар - Тәтешле (һайлаусыларҙың 94,53%), Салауат (91%), Ҡариҙел (87,87%) райондары.
«Киске сәғәт 9-ҙа республикала һайлау тамамланды, Башҡортостан биләмәһендә бөтә участкалар ябылды һәм тиҙҙән участка һайлау комиссиялары ағзалары тауыштарҙы иҫәпләй башлай», - тине Марина Долматова.