Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2018, 18:12

Берсә ике чемпион

Учалы ҡыҙҙарының саялығы тураһында юҡҡа исем сыҡмаған икән шул. Тағын да бер тапҡыр бөтә республикаға төбәк данын тараттылар.

Учалы ҡыҙҙарының саялығы тураһында юҡҡа исем сыҡмаған икән шул. Тағын да бер тапҡыр бөтә республикаға төбәк данын тараттылар.

28 октябрь Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2001-2003 йыл тыуған ҡыҙ-егеттәр араһында самбо буйынса республика беренселеге үтте. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан килгән иң таһыл 132 йәш спортсыһы көс һынашты. Учалы районын дүрт көрәшсе вәкилләне: 2015 йылғы БР чемпионы Әлфинә Фәхретдинова (тренеры Александр Шумков), республиканың бронза призеры Лилиә Ваһапова (Фәһим Шакиров), ике тапҡыр БР бронза призеры Артем Дубовец (Артур Гончаров), күп тапҡыр төрлө турнирҙарҙа еңгән Ҡәҙриә Фәхрисламова (А.Шумков).

Ситкә ярышҡа сығыу бик күп мәшәҡәттәр менән бәйле, әммә спорт мәктәбе директоры Рәмил Ҡусарин менән уның урынбаҫары Лилия Алемасова нисектер әмәлен таба алдылар, тип рәхмәт белдерә спортсылар һәм уларҙың тренерҙары.

Үҙҙәре лә һынатмай бит. Әлфинә 56 килограмға тиклем категорияла барыһын да еңеп, хәҙер инде икенсе тапҡыр самбо буйынса республика чемпионы булды!

Лилиә лә (40 килограмға тиклем үлсәм) ҡаршылаштарына семтемдәй өмөт ҡалдырмайынса, Башҡортостан чемпионы исемен яуланы.

Артем Дубовец икенсе урынға сыҡты, «бронза» кимәленән «көмөш» миҙал дәрәжәһенә үрләне, был да юғары ҡаҙаныш. Ҡәҙриә лә бик яҡшы көрәшә, әммә уға ҡаршы ҡуйылған Эльвина Астановаға был тапҡыр бәхет йылмая (ул да Учалы тренеры Ирина Харисованың өйрәнсеге, физкультура техникумына уҡырға инеп, әле Стәрлетамаҡ өсөн сығыш яһай).

- Әлфинә, Лилиә һәм Артемды самбо буйынса Башҡортостан йыйылма командаһына алындылар.

Декабрь айында Кстово ҡалаһында Волга буйы федераль округының самбо буйынса чемпионатында ҡатнашасаҡтар, уңыш теләп ҡалайыҡ! - ти тренер Александр Шумков.

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Әйткәндәй. Үрҙә телгә алынған ярыш Наил Абсаттаровтың 70 йыллыҡ юбилейына бағышлана.

Самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик

культура һәм спорт хеҙмәткәре ул,

шул иҫәптән оҙайлы дәүер самбо буйынса республиканың йыйылма командаһының баш

тренеры булып эшләй.
Читайте нас: