Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2019, 14:55

Тәүге чемпион Ғабдрахман Ҡадыро

Бөгөн, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында режиссер Радик Килмәмәтовтың "Тәүге чемпион Ғабдрахман Ҡадыров" ҡыҫҡа метражлы фильмының презентацияһы үтә. Ул “Башҡортостандың 100 шәхесе" проекты сиктәрендә төшөрөлгән.

Бөгөн, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында режиссер Радик Килмәмәтовтың "Тәүге чемпион Ғабдрахман Ҡадыров" ҡыҫҡа метражлы фильмының презентацияһы үтә. Ул “Башҡортостандың 100 шәхесе" проекты сиктәрендә төшөрөлгән. Фильмды ҡарағандан һуң, данлыҡлы шәхесте иҫкә алып, хәтер кисәһе ойошторола. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Радионов, спидвей буйынса донъя чемпионы Николай Красников, артистар Рәмил Бәҙәмшин, Александр Лынник һәм Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге клуб ағзалары ҡатнаша. Филармония фойеһында тамашасылар чемпиондың тормошон сағылдырған фотоһүрәттәр һәм күп рекордтар ҡуйған шәхси мотоциклы менән таныша ала.
Наҙгөл СИРАНОВА.
Читайте нас: