Яйыҡ
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2019, 10:26

Рәсәй паралимпиясыларына рөхсәт бирелде

Халыҡ-ара паралимпия комитеты беҙҙең ил комитетының хоҡуҡтарын ҡайтанан тергеҙҙе.

Халыҡ-ара паралимпия комитеты беҙҙең ил комитетының хоҡуҡтарын ҡайтанан тергеҙҙе. Бынан ары Рәсәй спортсылары донъя кимәлендәге турнирҙарҙа ҡатнаша. Еңел атлетика буйынса күп тапҡырҙар Паралимпия һәм донъя чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты, яҡташыбыҙ Рима Баталова әйтеүенсә, беҙҙең ил Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ талаптарын теүәл үтәгән. Рәсәй паралимпиясылары 2016 йылда допинг ғауғаһы сәбәпле, Халыҡ-ара комитеттан сығарылды. Шул уҡ йылда беҙҙекеләр йәйге олимпиадала ҡатнаша алманы, ә 2018 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындарында спортсылырға нейтраль флаг аҫтында ғына сығыш яһарға рөхсәт ителде.

Үҙ хәбәрсе.
Читайте нас: