Яйыҡ
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2019, 10:31

Нимә ул метаболизм

“Метаболизм” һүҙен беҙ спорт, дөрөҫ туҡланыу темаһына яҙылған материалдарҙа йыш осратабыҙ.

“Метаболизм” һүҙен беҙ спорт, дөрөҫ туҡланыу темаһына яҙылған материалдарҙа йыш осратабыҙ. Табиптар ҙа, диетологтар ҙа бер ауыҙҙан яҡшы, тиҙ метаболизмдың сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икәнлеген раҫлай. Был терминдың ниндәй процестарҙы күҙ уңында тотоуын күптәр аңлап етмәй. Кеше организмында бөтә ғүмер дауамында химик процестар дауам итә, улар бер секундҡа ла туҡтамай. Мәҫәлән, организмға ингән аҙыҡ эшкәртелә, файҙалы матдәләр бүленеп сыға. Был сәләмәтлек өсөн бик кәрәкле матдәләр ҡан менән бөтә организм буйлап тарала. Мускул епсәләре ҡорола һәм тарҡала, күҙәнәктәр яңыра. Организмдан артыҡ элементтар, токсиндар сығарыла. Бөтә ошо процестарҙы метаболизм, йәғни, ябайыраҡ итеп әйткәндә, матдәләр алмашыныуы тип атайҙар. Яй метаболизм һаулыҡҡа ни өсөн насар тәьҫир итә? Әгәр ҙә матдәләр алмашыныуы һүлпәнәйһә, уның менән бергә мускул туҡымалары үҫеше лә, күҙәнәктәр яңырыуы ла аҡрыная. Тимәк, организм файҙалы матдәләрҙе аҙыраҡ миҡдарҙа ала. Киреһенсә, зарарлылары күберәк тупланып, кешенең кәйефенә насар йоғонто яһай. Матдәләр алмашыныу тиҙлеге нигеҙҙә генетика менән тығыҙ бәйләнһә лә, уны бер ни тиклем яҡшыртыу үҙебеҙҙән тора. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, сәләмәтлек торошоноң яҡшырыуын, кәйефегеҙҙең күтәрелеүен мотлаҡ тойорһоғоҙ:

l туҡланыу режимын үҙгәртегеҙ, көнөнә аҙ порциялар менән, йышыраҡ (4-5 тапҡыр) ашарға тырышығыҙ; l спорт менән шөғөлләнеү ҙә һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына, мускулдар үҫкән һайын, матдәләр алмашыныуы яҡшыра; l күберәк һыу эсергә тырышығыҙ (сәй йәки кофе иҫәпләнмәй); l саф һауала йөрөү һәм хәрәкәтләнеү күҙәнәктәрҙе кислород менән байыта; l көслө стрестарға юлыҡмаҫҡа тырышығыҙ – ауыр кисерештәр, борсолоу организмдағы тәбиғи процестарҙы боҙоуға һәләтле. Үҙеңдең организмыңдағы матдәләр алмашыныу барышын нисек дөрөҫ баһаларға? Уның һис тә ҡыйынлығы юҡ — метаболизмдың аҡрын барыуы хроник арыу-талыу тойғоһо, тән тиреһенең шәлперәүе сәс һәм тырнаҡтарҙың һыныусанлығы менән характерлана. Үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, тимәк, метаболизм процесы тейешенсә бармай тигән һүҙ, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу өсөн иғтибар һәм хәстәрлекте арттырыу мөһим.
“Башҡортостан” гәзитенән.
Читайте нас: