Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
23 Октябрь 2025, 13:55

ҺЫНҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)

- Эх, дуҫҡай! Мылтыҡ кәрәк ине! Берәй ерҙән табып, килтереп ҡуй әле!Ауырып түшәктә ятҡан Тимерҙең хәлен белешергә тип кергән дуҫы, унан бындай һүҙҙәрҙе ишетеп, аптырап ҡалды. Тормош яратҡан, сабыр, аҡыллы дуҫының донъянан ваз кисеүе тип, ҡабул итте:

- Ҡуй, әле, Тимер дуҫ! Кеше ауырымай торамы? Һин йәш бит әле,
терелерһең, донъяны гөрләтеп йәшәйбеҙ әле – тип, йыуатырға тотондо.
- Бындай хәлдәрҙән һуң йәшәйһе килмәй шул, туған! – тип, төшөнкө
генә әйтеп ҡуйҙы Тимер, уның тауышы ҡалтыранып китте. Дуҫын бындай хәлдә күргәне булмағас, Рәис аптырап ҡалды. Ни генә булһа ла төшөнкөлөккә бирешеп бармаған, оптимист кешенең уның өсөн донъя бөткән кеүек һөйләнеп ятыуы юҡҡа түгелдер, ҡәтғи сәбәбе лә барҙыр, тип уйлап, һорамайса түҙмәне:
- Һин атылып үлгәндән кемгә рәхәт булыр тиһең?! Ҡатыныңа донъя
ҡалдырып үлергә әйтәһеңме?
- Мин былай ҙа оҙаҡҡа бармам, уның үҙен атам!..
- Ниңә?!.. Нимә булды?! ..һин ошондай ҡарарға килгәс, нимәлер булған
инде.
- Булды шул! Эйе! Мин уны ла аңларға тырышам! Мин түшәктә ятам,
ир бурысымды үтәй алмайым, мин үлгәнсе түҙеп тора алмаймы ни? Йөрөһөн дә ҡайтһын ине, нигә өйгә алып ҡайта?
Рәистең ҡыҙыҡһыныуы арта төштө:
- Кемде? Өйгә алып ҡайтамы ни? Бәлки былай ғына, ярҙам итешергә
генә килгәндер ул кеше?
- Мине йоҡлай тип уйланылар күрәһең. Икеһе лә ҡыҙмаса ине. Балалар
менән мин төпкө бүлмәлә ятабыҙ, улар икенсе бүлмәлә. Өҙөк-өҙөк төшкән ут яҡтыһында кем икәнлеген дә, шифанирҙың көҙгөһө аша уларҙың ҡарауатта әүеш-төүөш килгәндәрен дә күрҙем. Балалар уянмаһын тип, ҡысҡырмай түҙеп яттым. Ҡысҡырып та ни эшләй алам, карауаттан артыҡ китә алмайым бит мин. Сыҡмаған йәнем генә ҡалды. Минең яратҡан ҡатыным уныһын да өҙгәләп бөтөрөп бара.
Дуҫы менән булған ошо әңгәмә бик оҙаҡ Рәистең башынан сыҡмай йөҙәтте. Әлбиттә, мылтыҡ алып барманы ул, донъя мәшәҡәтенә күмелеп дуҫын ҡабат барып та күрә алманы, оҙаҡ та үтмәй Тимер үлеп китте.
Бер ауылда йәшәп, бергә уйнап тигәндәй үҫкән кешенең үлеме Рәистең күңелендә төйөн булып оҙаҡ йөрөнө. Һаман да шул ваҡыт етмәгәнлектән ҡабаттан дуҫын барып күрә алмауына үкенес ғазабы кисерҙе. Кем менән, нимә һөйләшергә белмәй зарығып ята ине бит. Дөлдөл кеүек, типһә тимер өҙөрлөк егеттең уйламағанда күҙ алдында юҡҡа сығыуы бик ауыр хәл ине.
Бына бөгөн дә урам буйында Тимерҙең ауырыу әсәһен аяныс хәлдә күреп, йәне көйҙө. Ата-әсәһе өсөн йәнен бирергә әҙер булған Тимер хәҙер яҡты донъяларҙа юҡ шул. Уның хәтеренә Тимер иҫән-һау саҡта булған күренеш килде.
Шоферҙар, идара алдына эш менән килеп туҡтаған инеләр. Рәис менән Тимер ҙә шунда ине. Тимер йыраҡтан әсәһенең килгәнен күреп ҡалды. Идара тирәһенә магазиндар урынлашҡан, почта, ауыл советы, мед пункт. Тимур әсәһен күреү менән:“әсәйем килә”, тине лә, бөтә эштәрен ташлап уның ҡаршыһына йүгерҙе. Тәҙрә аша барыһы ла күренеп тора ине, ул әсәһен ҡәҙерләп кенә ҡосаҡлап, нимәлер һөйләшеп, магазинға инеп киттеләр. Һуңынан әйберҙәрен күтәрешеп, әсәһен өйөнә оҙатты. Әсәһен оҙатҡас, йүгереп килеп инде лә: “әсәйемә күтәренеп йөрөмә, нимә кәрәк үҙемә әйт, тип торам, тәки үҙе килгән. Былай ҙа ауырып тора”, тип ҡайғыртыусан төҫтә һөйләнеп алды.
Тимур өйләнмәгән ине әле. Шофер булып эшләп йөрөй, ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлай, зоотехник һөнәрен ала. Бик тырыш, аҡыллы егет. Ауылдағы башҡа егеттәр шикелле эсеп, тәмәке тартып йөрөмәй. Алдына ҡуйған ныҡлы маҡсаты бар. Башҡа ғаиләләргә ҡарағанда бик хәлле йәшәмәһәләр ҙә, был ғаиләнең бер-береһенә ҡарата үҙ-ара мөнәсәбәте бик яҡшы, хөрмәт нигеҙендә ҡоролған ине. Ауылда башҡа балаларҙың ата-әсәһен бар тип тә белмәй, уларҙы тыңламай, хатта ҡысҡырышып асыуланышҡандарын күргәнем булғанға, Рәис тә был ғаиләгә бик һоҡланды. Ҡарар күҙгә башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмай, киреһенсә нимә бар, шуға риза булып йәшәп яталар. Тимерҙең бертуған апаһы Өфө ҡалаһында, үҙенең ғаиләһе менән йәшәй, ә һеңлеһе кейәүҙә түгел әле. Ҡалала эшләп йөрөй. Ата-әсәһенең өйө бәләкәй, ул да иҫкергән. Шуға күрә Тимер яңы өй һалырға йыйына. Рәхәтләнеп яңы, ҙур өйҙә йәшәп ҡалһындар, ҡәҙерлеләрем, тип тырыша.
Бер – нисә йыл ваҡыт үтте, Тимер яңы ҙур өй һалып, ата-әсәһен шатландырҙы. Улар бергә татыу итеп йәшәйҙәр, һәм Тимер һәрваҡыт өйләнгәс тә, ата-әсәһен ҡарап, улар янында йәшәргә хыялланды. Ул техникумды тамамлап, ситтән тороп ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Үҙенең алдына ҡуйған маҡсаты ныҡ, пландары аныҡ ине. Тик уның шәхси тормошо быға тиклем үҙгәрешһеҙ килде. Улар ауылына килеп йөрөгән күрше ауылы ҡыҙына ғашиҡ булып, дуҫлашып йөрөйҙәр ине. Ҡыҙ Тимергә оҡшай, ҡыҙ ҙа битараф түгел, хатлашып, телефон аша аралашып, ҡыҙ ҡаланан ҡайтҡан саҡтарҙа осрашып торҙолар. Тик, матур ғына итеп йәшәп ятҡанда, тиҙҙән бергә булырбыҙ тип, хыялланып йөрөгәндә, ҡыҙҙың кейәүгә сығыуы тураһында ишетеп, аптырап ҡалды. Аптырап ҡына түгел, ышанырға ла теләмәне. Тик хәбәр ысын булып сыҡты. Ул шаңҡыған балыҡ кеүек, нимә уйларға ла белмәй йөрөнө. Ҡайғыһын эш менән баҫырға тырышты. Был ҡыҙ ауылда йәшәйһе килмәй, ҡалаға кил, тип уны өгөтләп тә ҡараған ине,тик Тимер ауырыу ата-әсәһен ташлап бер ҡайҙа ла китмәйәсәген әйтте. Ҡыҙ ул саҡта бер ни ҙә өндәшмәгән ине. Уның ҡалала ла егете булған күрәһең. Бөтә ҡыҙҙар ҙа шундай, уны алдап китәрҙәр төҫлө тойҙо.
Тормош шулай ҡоролған, ваҡыт йөрәк яраларын уңалта, бик ҙур күренгән ҡайғылар бәләкәсләнеп юҡҡа сыға.
Егет кеше гел генә буйҙаҡ йөрөй алмай, Тимер ҙә өйләнде. Өфөлә эшләп йөрөгән һеңлеһе алып ҡайтҡан әхирәтенә ғашиҡ булып ҡуйҙы. Зилә лә Тимерҙе оҡшатты, перспективалы егетте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты.
Күп тә үтмәне улар шаулатып туй яһанылар. Зилә ауылға күсенеп килде, уға эш тә табылды. Бик тә илгәҙәк килен, гел генә Тимерҙең янында булырға тырышты. Һәрваҡыт уны ҡосаҡлап, яратып, үҙенең һүҙҙәрен һөйләне. Ул быны яратып эшләнеме, әллә үҙенең һүҙен һүҙ итер өсөнмө, билдәһеҙ. Ауылда башҡа кешеләр улай ҡыланмағас, уның ҡылығы ят, сәйер тойолдо.
Ә Тимер баштан-аяҡ мөхәббәт диңгеҙенә сумған ине. Зилә уны шул тиклем ярата, хатта кешенән дә ҡыйынһынып тормай, ул үҙе аҙыраҡ ҡыйынһынһа ла, уға был оҡшай ине. Күктең етенсе ҡатында итеп тойҙо ул үҙен. Ер йөҙөндә унан да бәхетле кеше юҡ кеүек ине.
Мөхәббәт кешене һуҡыр ҙа, һаңырау ҙа итә тиҙәр, ул үҙе ишетергә теләгәнде генә ишетә, күрергә теләгәнде генә күрә. Был осраҡта ла шулай булды. Тимер үҙенең йәш кәләшенә шул тиклем мөкиббән киткән ине, уның әйткән һәр һүҙен үтәргә, ҡушҡан эшен эшләргә, алдына тупраҡ булып түшәлергә әҙер булды, тик ул ата-әсәһенең аһ-зарын ғына ишетмәне,
ишетмәҫкә тырышты. Тимерҙең ата-әсәһе лә бер бөртөк улдарының теләгенә ҡаршы килмәҫкә, түҙәргә тырыштылар, әйтер урында ла телдәрен тешләнеләр.
Ғаиләлә бер генә бөртөк ҡыҙ булып үҫеп, ағайҙарының уның теләгән бер нигә лә ҡаршы килмәй үтәп тороуҙарына күнеккән Зилә, Тимер минеке генә булырға, уның теләктәрен генә үтәргә тейеш, тип уйланы. Тимерҙең ҡайтып инеү менән ата-әсәһенең хәлен белешеүе, теләгән ваҡытта ире менән яратышып та ала алмауы йәнен көйҙөрә ине. Үткер килен быға артыҡ түҙеп тора алманы. Ул әйләнгән һайын уларҙы яман күрһәтергә тырышты, миҫалдар килтерҙе. Яйы сыҡҡан һайын, үҙенең ата-әсәләренә алып ҡайтты, унда ла башҡа сығыу тураһында һүҙ булды. әлбиттә, Тимер ҡаршы булды, Зилә:
- Мин сыҡмаһам һине һанлап кейәүгә сығыусы кыҙ ҙа булмаҫ ине, - тип,
уны битәрләне. Элек үҙе менән булған хәлдәрҙе ул ышанып барыһын да Зиләгә һөйләгән ине шул. Шуға күрә үҙе лә:
- Әлдә бәхетемә ҡаршы Зилә осраны, ысынлап та буйҙаҡ йөрөр инем, тип уйлай башланы.
Яйлап ҡына: “ата-әсәйемде үҙем ҡарармын, гел яндарында булып тәрбиә ҡылырмын”, - тип йәшәгән Тимерҙе башҡа сығырға өгөтләне. Башта был турала ишетәһе килмәһә лә, Тимер яйлап күнде. Сөнки ул үҙенең тормошон был ҡатындан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, һаман да күктең етенсе ҡатнда йөҙә, ә унда болоттар ҙа болоттар. Асыҡ ҡына бер ни ҙә күренмәй. Әгәр башҡа сыҡмаһалар, Зилә уның тыуасаҡ балаһы менән ташлап китәсәк. Тимер быға юл ҡуймаясаҡ. Үҙенең принциптарына ҡаршы барып булһа ла, ул риза булды. Ярай, бер ауылда йәшәйбеҙ, килеп ярҙам итермен, тип йыуатты ул үҙен.
Шулай, һәүетемсә йәшәп киттеләр, хәҙер улар өсәү, ауылда эш күп, Тимер йәш ҡатынды ауыр эштәрҙән ҡурсаларға, күп эштәрҙе үҙе башҡарырға тырыша. Зиләгә һыуға барырға ла рөхсәт итмәй, үҙе ташый. Мунса яҡҡанда, кер йыуғанда ике ҡулына ике феләк күтәреп ала, ҡабат-ҡабат йөрөргә ваҡыт етмәй. Типһә тимер өҙөрлөк егет, бер эштән дә сирҡанып торманы, уның алдында ул эшләмәҫлек бер эш тә юҡ ине. Ферма мөдире булып эшләп йөрөй, иртүк тороп, һуң ятырға кәрәк. Ферманың етешмәгән ере күп әле, идараға барып кәрәкле әйберҙәрҙе юллап алырға, ферманың ваҡытында өҙлөкһөҙ эшләүен тәъмин итер өсөн көнө-төнө эшләргә кәрәк ине. Кадрҙар мәсьәләһе лә киҫкен тора, һыйыр һауыусылар етешмәй. Ҡай ваҡыт үҙе ултырып һауырҙай булып китә. Ә өҫтәгеләргә план ғына кәрәк. Ферманы механизацияларға, һарайҙарҙы ремонтлатырға, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләргә, өҙлөкһөҙ эш өҫтөндә булырға кәрәк. Ферма ул завод түгел, уны туҡтатып тороп булмай, ял да юҡ. Институтта уҡыуын да тамамларға кәрәк, ҡатыны икенсе балаға ауырлы, уға ла ярҙам итергә тырыша. Ата-әсәһенә лә һирәк бара башланы. Улар ҙа барған һайын:
- Ҡатыныңды артыҡ иркәләтәһең! Елкәңә менеп ултырған! Ниңә үҙең
бер ҙә ял итмәйһең? – тип уның өсөн борсолоуҙарын белдерһәләр, яуап тапмай, миңә бер ни ҙә булмаҫ, юҡҡа ҡайғырмағыҙ, - тип йыуата.
Зилә бик хәйләкәр, һүҙсән ҡатын булып сыҡты. Магазинға инһа унда, йә башҡа ерҙә тәмләп хәбәр һөйләргә яратты. Эш тип артыҡ борсолмай, бер ҡайҙа ҡабаланмай, үҙе теләгәнсә йәшәй бирҙе. Тимер ризаһыҙлығын белдермәҫкә тырышты, әгәр әйтә ҡалһа Зилә:
- Беҙҙең татыу йәшәгәнлектән көнләшәләр бит улар, айырырға
тырышалар, ә һин уларға ышанаһың, - тип ирен иркәләп алһа, Тимер тағы бар донъяһын онота, Зиләнең һүҙҙәренә генә ышана. Тимерҙең туғандары ла бик һирәк килә уларға, Зилә улар менән әрләшеп, биҙҙереп бөттө. Бер килеп барыһы ла үҙ урынына ултырыр, уларҙы аңларҙар әле, тип уйлай Тимер, уның өсөн ғаиләһе бөтә нәмәнән дә өҫтөн, ғаилә башлығы булараҡ барыһы өсөн дә ул яуаплы, шуға күрә йәне-тәне менән тырыша. Икенсе балалары ла тыуҙы, өй эсендә эш-мәшәҡәт артҡандан артты. Шулай булһа ла Тимер ситтән тороп уҡыуын ташламаны, уҡып диплом алды.
- Декрет ялында өйҙә ултырып кеше лә күргәнем юҡ, - тип, Тимерҙе
балалар янында ҡалдырып, Зилә кистәрен “кеше араһына” сығып йөрөргә әүәҫләнеп китте. Яңғыҙ әхирәттәре янына барып, күңел асырға, киноларға, концерттарға ла йөрөргә тартынманы. Уйламағанда Тимерҙе фалиж һуҡты, башта район дауаханаһында дауаланды, һуңынан өйгә ҡайтарҙылар. Ул яйлап аяғына баҫһа ла, уң ҡулы насар эшләй, аяғын һөйрәтеп кенә ала. Шулай ҙа түшәктән тороп, аяғына баҫҡас, яйлап уныһы ла төҙәлер, тип уйланылар. Тимер өйҙә ултырғас, Зилә эшкә сыҡты. Уның эштән һуңлап ҡайтыуы, күңел асыуҙары йышайып китте.
Зилә шулай ҙа ирен ҡайғырттыпмы, үҙенең артабанғы яҙмышын белеү өсөнмө , күрәҙәселәргә барҙы. Ҡайтҡас Тимергә күрәҙәсенең Зиләнең ауырға ҡалыуын, әгәр ул баланы тыуҙырһа Тимерҙең тереләсәге тураһында әйттеүен, әйтте. Тимер ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәне. Ысынлап та, Зиләнең өс айлыҡ ауыры бар уны алдырыр өсөн анализдар ҙа биреп бөтһә лә ҡурҡып йөрөй ине.
Шулай итеп өсөнсөгә уларҙың малайы тыуҙы. Өйҙә эш, мәшәҡәт артты. Тик Тимер генә терелмәне, киреһенсә уны ҡабаттан фалиж һуҡты. Дауаханала ятыу менән артыҡ үҙгәреш булманы, Тимер ҡабат түшәккә ятты. Әле үҙе терелеп етмәгән, өс бала менән ҡатынына ауыр булыр, тип Тимер ҡаршы килеп тә ҡараған ине лә, Зилә күрәҙәсенең һүҙҙәрен килтергәс, уны үҙ иркенә ҡуйҙы. Тимер ныҡлап түшәккә йығылғандан һуң булған ваҡиғанан һуң, ул: “минең баламы икән?”- тип, икеләнә башланы. Был уйҙар торған һайын уның мейеһен нығыраҡ борауланы, донъяла йәшәп туймаған, күп маҡсаттар ҡуйып, юғары белем алған, перспективалы, гармунда өҙҙөрөп уйнаған, ни тотһа шуны эшләгән әзмүерҙәй егеттең ошондай көнгә ҡалып түшәктә ятыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине. Тимер күп уйланып ятты, берсә Хоҙайҙан “Мине тиҙерәк баҡыйлыҡҡа күсер!” – тип ялбарһа, үҙенең тереләсәгенә лә өмөтө һүнмәгән ине.
Бөрөләнгәс, сәскә ата алмайса
Шартлап һынды кеше яҙмышы.
Яҙмышмы был, әллә яңылышмы,
Төштө мәллә кеше ҡарғышы?!..

Әллә дөрөҫ баҫманымы икән
Үткән саҡта тормош юлдарын?!..
Әллә дөрөҫ һайламанымы икән
Дуҫ-иштәрҙе, тормош юлдашын?..

Сихырланылармы сихырсылар,
Тейгәнме күҙ минең уңышҡа?
Күптән түгел, әле яңы ғына
Аяҡ баҫҡан инем тормошҡа.

Хаталанған булһам төҙәтерҙә
Сараларын ғына бир, Хоҙай!..
Тик терелер саралар ғына табылманы. Тимер үлеп китте. Зилә өс бала менән яңғыҙы тороп ҡалды, тик ул оҙаҡ ҡайғырып йөрөмәне, күп тә үтмәй үҙенән күпкә йәш егетте өйгә керетте. Егеттең ата-әсәләре был хәлгә ҡырҡа ҡаршы сыҡһа ла, бер ни эшләй алманылар. Оҙаҡламай улар был ауылдан күсенеп киттеләр. Улар бергә йәшәй алғанмы-юҡмы, уныһын Рәис белмәне.
Тау итәгендә үҫеп ултырған яңғыҙ имән, төрлө яҡтарҙан иҫкән елдәргә, дауылдарға ҡаршы тороп тырышып-тырышып үҫә ине. Юлдан йыраҡ булмаған был урында туҡтап, йәйәүлеләр ял итеп китә. Күптән түгел был ерҙәрҙән газ торбаһы һуҙҙылар. Эшселәр, трактористар уның эргәһендә ял итәләр, йыйылышып эсеп ултыралар. Шунда ултырып эскәндән һуң бер тракторсы ағасҡа килеп бәрелә. Шулай ҙа имән аумай, ә бер-нисә көн үткәс, көслө елгә ҡаршы тора алмай һынып ергә йығыла. Сөнки трактор килеп бәрелгәндән һуң имән ныҡ һелкенеп, саҡ-саҡ аумай торған була. Минең геройым да ошо имән шикелле гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ул да төрлө яҡтан иҫкән елдәргә бер үҙе ҡаршы тороп арыған, һуңғы ваҡытта булған ваҡиғалар уны тетрәндергән. Бала саҡтан уҡ хәлле йәшәгән кешеләрҙе күреп, уларҙан ҡалышмаҫҡа, үҙенең бер кемдән дә кәм түгеллеген иҫбат итергә тырышты. Ныҡышмаллығы ла етерлек ине. Ситтән тороп техникумды, унан институтты тамамланы, иркен өй һалып керҙеләр, өйләнеп ғаилә башлығы, балалар атаһы булды. Фермала ла эштәр тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, әле быныһы, әле тегеһе етешмәй, хужалар менән тартҡалашып күпме нервы бөтә. Ата-әсәһен дә ҡарарға, өйөндә ҡатынына ярҙам итергә, хужалыҡ эштәрен дә алып барырға кәрәк ине. Ҡатынынң ата-әсәһенә барып та ярҙам итеште. Ул шул ҡуласала бөтөрөлдө лә бөтөрөлдө. Һуңғы ваҡытта етәкселәр менән дә һүҙгә килешеп китте, ҡатыны ла үҙенең кире яҡтарын күрһәтә башланы. Көтмәгәндә атаһы үлеп китте. Әсәһен яңғыҙын ҡалдыраһы килмәй ине, уның янына ҡайтып торорға ҡатыны риза түгел, шулай итеп ул өс арала бөтөрөлдө лә бер көндө имән шикелле гөрһөлдәп ергә ауҙы. Уны фалиж һуҡҡан ине. Дауаханала ятып сыҡты. Ҡатыны “һине сихырлағандар”, - тип күрәҙәселәргә лә алып барҙы. Тик аныҡ сәбәбен бер кем дә әйтә алманы. Язмышы шулай булғандыр, - тип уйлап ҡуйҙылар.

Улын юғалтыу ҡайғыһын былай ҙа ауырып торған әсә күтәрә алманы. Ул алышына башланы. Хәтерен юғалтып, өйөн тапмай йөрөр булып китте. Рәис уны шул саҡта күреп ҡалды ла, дуҫы менә булған әңгәмә уның башынан үтте. Тимерҙең әсәһе урам буйында бала эйәрткән ҡатын-ҡыҙ күрһә, килене тип уйлап, уларҙың артынан битәрләп, әрләп йөрөр булды, уны дауалап ҡаранылар ҙа, ҡабат ҡайтарҙылар. Бынан һуң ул оҙаҡ йәшәмәне. Атаһы бер-нисә йыл элек үлеп киткән ине. Ауыл уртаһында, урам биҙәп ултырған бейек йорт хужаһыҙ тороп ҡалды.

Рәйлә Назарғолова

Автор: Алия Даутова
Читайте нас