- Ҡыҙым, һинең ғазапланыуыңды мин үҙем дә бик яҡшы аңлайым. Күрше ҡатындары ашҡа барғанды мин дә бәләкәй ҡапҡа аша ҡарап ҡалам. Башта саҡыралар ине, әммә атайың ебәрмәне. «Ваҡыт әрәм итеп, ғәйбәт һатып ҡына йөрөйҙәр бит унда», - тине ул. Ә хәҙер берәй мәжлес була ҡалһа, миңә әйтеп тә тормайҙар шул. Атайыңды беләһең бит инде, ҡырыҫ, ҡаты кеше. Ышанмай Аллаға. Өйҙә Алла һүҙен әйтергә ярамай, доғалыҡтарҙы, тәсбихтәрҙе күрһә, шундуҡ сығарып ырғыта. Ҡалала мәсеттәр күп бит, дәрестәр ҙә бирәләрҙер. Һин шунда йөрөп ҡара һуң? Минең хәҙер доға ятларға хәтерем насарланды. Ярай әле радионан шундай тапшырыуҙар алып баралар, унан булһа ла тыңлап алам. Әсәйемдең ошо һүҙҙәре миңә васыят булып яңғыраны. Сөнки көтмәгәндә ул беҙҙе етем итеп арабыҙҙан китеп барҙы. Был минең өсөн иң ҙур юғалтыу булды. Атай менән дә артыҡ асылып һөйләшеп булманы, туғандарым да юҡ исмаһам. Япа-яңғыҙ итеп хис иттем үҙемде, кемгә лә булһа асылып, бер ҡысҡырып илағым килде. Тик күҙ йәштәрем генә сыҡманы, тамаҡ төбөндә ниндәйҙер ҡаты таш миңә иларға ла, һуларға ла бирмәне. Әсәйемде мосолмандарса кәфенләп, йыназа уҡып күмделәр. Йыназаны бик хәтерләмәйем: бер нисә тапҡыр аңымды юғалтҡанмын. Атай бик ҡаршы килгән тинеләр, ләкин ауыл ҡарттары йыйылып, барыбер «үҙебеҙсә» ерләгәндәр. Ауылға бик һирәк, яҡынымдың ҡәберенә сәскәләр һалырға булһа ла ҡайтҡылай инем, әммә ғүмеремдең иң тетрәндергес мәленән һуң юл һыуынды. Мине көсләнеләр... Ауылда һүҙ киткән, һәм ғәҙәттәгесә арттырып, күпертеп, һәр береһе үҙенән булдыра алғанса өҫтәп, атайға ла һөйләгәндәр. Әйтерһең дә, мин аҙғын, «урам ҡыҙы»на әйләнеп бөткәнмен, эсәм, тартам, тәнемде һатып «аҡса эшләйем» икән... Айҙар исемле йәш кеше менән ара-тирә кенә осрашып йөрөй инем. Бергә паркта йүгерәбеҙ, һөйләшеп ултырабыҙ, ике-өс тапҡыр киноға барҙыҡ. Бик баҫалҡы, аҡыллы егеткә оҡшаған. Иптәштәрем уны «бешмәгән» тип йөрөтәләр ине хатта. Бер көндө ул мине дачаға шешлеккә саҡырҙы.
- Барыһы да ишле буласаҡ, минең үҙемдең генә ултыраһым килмәй, - тине.
- Борсолма юҡҡа ғына, икебеҙ барырбыҙ, яңғыҙың булмаҫһың, - тинем.
Байрам бер бай малайҙың тыуған көнө хөрмәтенә икән. Был байҙар бик хәйләле халыҡ үҙҙәре, бер ҙә беҙҙең ише ауыл балаларын затлы келәмле коттедждарына индереп ултыртманылар. Ҙур булмаған иҫке генә дачаға саҡырҙылар. Йәштәр күп йыйылған, урыҫтар ҙа, үҙебеҙҙең халыҡ та, хатта негрҙары ла бар. Барыһының да тиерлек ҡулында шешә, тәмәке, ҡысҡыралар, һүгенәләр. Айҙар ҡайҙан ғына килеп эләккәндер был компанияға, аңлай алманым. Бына, ниһайәт, шешлек беште, барыбыҙ ҙа өҫтәл артына йыйылдыҡ. Юбилярҙы ҡотлап тостар әйттеләр, шунда миңә Айҙар алма һуты тотторҙо (ул минең эсмәгәнде белә ине). Бына шунан һуң сәйер хәл башланды: башым әйләнә, телем бәйләнә, ҡоҫаһы килә... Көсләүсенең кем икәнен дә белмәйем хатта... Икенсе көндө уянып китһәм, бөтә тәнем ауырта, баш сатнай ине. Карауатта ҡан эҙҙәрен күргәс, һиҫкәнеп киттем, тирә-яғымда бер кеше лә юҡ. Баҡсаға йүгереп сыҡтым: гамакта ике йәш кеше йоҡлай, мунса янындағы диванда өсәү аунап яталар ине. Нисек ҡайтып еткәнемде үҙем генә беләм. 20 километрҙы йәйәү үттем мин. Кискә табан сәғәт һигеҙҙәрҙә генә бүлмәгә ҡайтып ауҙым. Милицияға барырға хурландым: үҙем ғәйепле, эсмәҫкә ине теләһә нәмә, йөрөмәҫкә ине белмәгән кешеләр менән әллә ҡайҙа. Ә Айҙарҙы шул төндән башҡа күрмәнем дә... Иптәш ҡыҙҙарым мине аңламаны. «Сама, наверное, захотела, ты же любишь тусоваться!» - тинеләр...
Үҙ-үҙемә бикләнеп, кеше менән аралашмай оҙаҡ йөрөнөм. Иң яратҡан урыным – балкон булды Шунда сығып ултырам да, ҡырмыҫҡа ояһы кеүек ҡайнаған ҡалаға ҡарап уйға батам. Нимәләр уйлағанымды үҙем дә белмәйем, буталып бөттөм. Кем мин? Кемгә кәрәк? Ниндәй йәшәү маҡсатым бар? Ике тиҫтә йәшемә етеп нимәгә ирештем? Буш ҡыуыҡ мин... Эсем дә, тәнем дә буш. Ҡалтыранған ҡулдарым бауға үрелде. Берҙән-бер ҡотолоу сараһы шул ғына...
Шул мәл яҡтылыҡ күрәм, күҙҙәрҙе сағылдырып ҡайҙандыр нур һибелә. Шундай рәхәт миңә: тәнем ҡаҙ ҡаурыйы шикелле еңел, һауала осоп ҡына йөрөйөм. Шунда ҡаршыма үлгән Ғәлиә әбейем сыҡты. Матур яулыҡта, ап-аҡ күлдәк кейгән. Мин уға табан ынтылам, тик аяҡтарым тыңламай, ҡулымды ла һуҙа алмайым. Ә әбейем миңә йылмайып: - Түҙ, балам, был түҙемлек! Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ул һине кисерер, тине. Уянып киттем... Беләгемә система ҡуйғандар, уның энәһен дә һиҙмәйем: нисектер йәнемә рәхәт. Дауаханан сыҡҡас, мәсеткә барҙым. Әйтерһең дә элек-электән йөрөгәнмен: барыһы ла шулай яҡын күңелгә. Әлегәсә үҙем дә бындай рухи тыныслыҡты һиҙгәнем юҡ ине. Шул көндән башлап, доғалар өйрәндем, намаҙ уҡый башланым. Бүлмәләге ҡыҙҙар менән матур ғына айырылыштыҡ, мин башҡа бүлмәгә күсендем. Минең үткән тормошомдо иҫемә төшөргөм дә килмәне. Әсәйем-йәнем мине ошо хәләтемдә күрмәйенсә үлеп китте, ә атайым яулыҡ бәйләгәнемде ҡабул итмәне. Ауыл халҡының теле әсе: - Нимә, гөнаһтарыңды яулыҡ менән ҡапламаҡсы булаһыңмы әллә? Алла артына йәшеренеп йөрөүсе генә бит һин, үҙең һаман шул һепертке! - тиҙәр. Аллаһы Тәғәлә һуҡыр түгел, хөкөмдө һеҙ түгел, ул сығарыр...
Г.А һөйләгәндәренән