Нәсимә ирендә барған үҙгәрештәргә иғтибар итмәне түгел, һиҙгер ҡатын шундуҡ уның өсөн борсола башланы. Төрлөсә йыуатып ҡараны, ултырып һөйләшергә лә уйлағайны, тик Илнур был һөйләшеүҙән ҡасҡан һымаҡ тойолдо. Шуға ауыртҡан еренә тоҙ һалмайым, үртәмәйем тине. Ҡасандыр үҙе әйтер, һүҙ башлар әле тип көттө. Ләкин ире һүҙ ҡуҙғатманы, киреһенсә, яйлап ҡына үҙ эсенә бикләнә барҙы, йәшәүҙән йәм-ғәм тапмағандай, балтаһын һыуға һалды. Иртәгәһенә мотлаҡ һөйләшәсәк, табипҡа күренеү тураһында һүҙ ҡуҙғатасаҡ Нәсимә. Юғиһә, тәүбә-тәүбә, һөйгәнен мәңгелеккә юғалтыуы бар...
Нәсимә кирелде, һуҙылды, һуңынан ғына, тәне буйлап еңелсә ҡалтыраныу, ошонан ләззәт табыу тойғолары үткәс кенә, күҙҙәрен асты. Илнур эргәһендә юҡ ине. Моғайын, малдар ҡырына сыҡҡандыр. Таң һарыһынан хайуанҡайҙарҙы ашатып инмәһә, күңеле булмай уның. Ошонан башына үҙенсә бик шәп уй килде: ире ингәнсе, элек ул яратҡан күлдәген кейергә лә, кистән әйтергә теләгән һүҙҙәрен яйлап аңлатырға кәрәк. Эйе, ул уны мотлаҡ дауаханаға барырға өгөтләр. Әлбиттә, тәүҙә ире ҡырҡа баш тартыр. Ләкин бит табипҡа күренмәйенсә, ауырыуын асыҡламайынса булмай. Ниңәлер ирҙәр «мужиктар сире» буйынса дауаханаға барыуҙы хурлыҡ һанай, хатта ниндәй белгескә күренергә кәрәклеген дә белмәйҙәр. Ә бит.. Нәсимә һүҙҙәрен башҡаса ла дәлилләр: ҡатын-ҡыҙ үҙ духтыры барлығын бәләкәйҙән үк белеп үҫә, гинекологҡа күренеү ғәрлек һаналмай, кәмселек итеп күрелмәй. Ғөмүмән, сирҙең ояты юҡ, ваҡытында асыҡлау, дауалау мөһим.
Ҡатын кейемдәре араһынан эҙләгән күлдәген саҡ тапты. Әй, хи-хи-хи, йәш үҙенекен иткән дәһа! Тәне быуынға ултырып, ҡалай тулышып киткән. Йыуанайған боттар, ҡапайған ҡорһаҡ былай ҙа тар итәген, бил тиңетен оторо тарайтып ебәргән. Нисауа, тығыҙыраҡ булһа ла кейер. Ире бит бик ярата ине был күлдәкте, уның өсөн кейер. Тик бынау елкәһенән биленә төшкән «замогы» ғына...
Нәҡ ошо ваҡыт ишек асылды. Илнур инеүе булды... телһеҙ ҡалды. Был иҫәүәндең ни ҡыланыуы ул, тигән уй үтте башынан. Бынан тиҫтә йылдар элек кейгән, ҡунаҡҡа барыр өсөн махсус алған «киске» күлдәген инде илленән ашҡас, сирыша башлаған тәненә һылағансы!
Нәсимә йылмайғандай итте. Ҡалаҡ һөйәгенә саҡ еткән ҡулы менән бер туҡтауһыҙ күлдәгенең «замогы» тирәһен тартҡыланы.
– Йәнем, ярҙам итмәҫһеңме икән? – тигән булды ҡатын.
«Йәнем». Был һүҙҙе ғүмер эсендә бер-ике ҡабатланымы икән Нәсимәһе, уныһы онотолған. Ә бына әле, таңдан уның бәлшәйеп ослайған ирендәре аша сығыуы ысынлап та аптыратҡыс хәл ине. Әйҙә, хыялланған хыяллана бирһен, тине лә ир, күлдәген эләктерешергә булды. Бер тартты, ике. «Замок» теле тыңлашманы, киреһенсә, аҙ ғына ҡуҙғалыуына күлдәгенә ҡуша тегелгән сепрәге тыртланы ла айырыла төштө. Ҡатын үҙенсә һығымта яһаны: ах, харап итте күлдәкте! Ошо уйҙарына ҡушып, зәһәр итеп асыуын сығарҙы.
– Кит бынан, ҡулыңдан берәй нәмә киләме ни ул һинең!
Ба-а... Яңылыш әйтелде. Тик утыҙ өс теш араһынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотоп булмай ине. Остолар. Илнурҙың былай ҙа йәрәхәтләнгән күңеленә энә булып ҡаҙалдылар. «Ҡулыңдан берәй нәмә киләме ни ул һинең!» Был һүҙҙәр йәнен үртәп, үҙенсә эшкәртелеп, «һин дә булдыңмы ир» һымаҡҡа алышынды. Ошо килеш мейеһенә инеп урынлаштылар ҙа, ғәрлек ҡатыш кәмселектән торған шик-шөбһәле кисерештәре ҡосағынан урын алдылар. «Һин дә булдыңмы ир...»
Ишек шартлап ябылды. Түбә таҡтаһы араһынан тупраҡса ҡойолдо. Һынһыҙ ҡалған ҡатындың тамағына төйөр үрмәләне, таш булып ҡатып ҡалды. Илағыһы килде, илай алманы. Ни эшләне ул?! Ҡулдары шкафтағы ҡайсыны һәрмәне. Йәшлек төҫө итеп һаҡлаған күлдәге буйлап ҡайсы йәптәре үтте. Ҡыҫып торған күлдәктән арынған тәне, үрһәләнгән йәне ҡоршауҙан ҡотолдо. Тын алыуҙары иркенәйеп киткәндәй булды. Тәрән итеп тын алды. И-их... Ни ҡылды у-ул? Ҡыҫымдан бушаған күңеле тулышты ла күҙҙәренә йәш тулып, мендәр-серҙәшенә ауҙы...
Тәүҙә сире тураһында оялып ҡына һүҙ башланы Илнур. Ләкин табип, уның ҡарашы буйынса, бик төпсөнөүсән булып сыҡты. Сирҙән тыш, нисек йәшәүҙәре, малдарының күпме булыуы, уларҙы ҡайһылай ҡарап өлгөрөүҙәре, хатта ирҙең нисә сәғәт йоҡлауы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Һорау артынан һорау бирә барҙы, Илнур ыҡ-мыҡ итеп яуап эҙләгәнсе, телдәр,бер ҡатлы Нәсимә барыһын теҙеп һала торҙо. Балниста шулай кәрәк, духтырҙан бер ни йәшерергә ярамай, тип аңлатты ул үҙенең был ҡылығын ҡәнәғәтһеҙлек белдереүсе иренә. Шулайҙыр инде, дауахана юлын тапап өйрәнгән һин беләһең, тип килеште аҙаҡ Илнур ҙа. Әлегә улар икеһе лә табип бүлмәһендә. Уҡыусы уҡытыусыһы алдында имтихан тотҡандай, һорауҙарға яуап биреп ултыра. Хәйер, Нәсимә һис кенә лә уныһын «түшәм»дән эҙләй торған кеше түгел: иренең таң һарыһынан төнгө ҡараңғыға тиклем эштән бушамауына – уңғанлығына һуҡтырҙы, йорт-ҡура тирәһенән тыш, отчет менән районға сабыуҙарын, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә саҡлы баҫыуҙа ҡуна ятыуҙарына тиклем түкмәй-сәсмәй һөйләне.
Духтыр ручкаһын өҫтәлдә бейетте лә, урыҫсалап «дә-ә»-һен һуҙып, башын сайҡаны. Илнур нисәмә көн буйы кабинеттан кабинетҡа йөрөп тикшерелеп, һәр табиптан йыйған ҡағыҙҙарҙы ҡабат бермекләп ҡарап сыҡты. Һуңынан иргә өндәште:
– Эштәрең хөрт тип күңелеңде төшөрмәйем, – тине ул, һүҙ осон әллә ҡайҙан әйләндереп. – Нисауа, уныһын ғына дауаларбыҙ. Күптән, йәшерәк саҡта уҡ һыуыҡ алдырып, простатит эләктергәнһең, хәҙер хроник ауырыуға әйләнгән. Быныһын да бер кимәлдә тотоп була, тик һалҡын тейеүҙән һаҡланырға кәрәк. Иң мөһиме – яман шеш күҙәнәктәре юҡ...
– Кем, ғәфү итегеҙ, исемегеҙҙе белмәйем, һеҙ беҙгә кешесә, ябай ғына итеп аңлатығыҙ әле, – тип ҡыҫылды ҡатын. – Нимә була һуң ул прасту-проста?..
– Простатит биҙҙәренең шешеүе була. Күп ирҙәрҙә күҙәтелә ул. Тик мужиктар врачҡа ғына күренеп бармай. Шунлыҡтан етди проблемалар килеп тыуа. Биҙҙәр шешкәс, ҡан тамырҙары ҡыҫыла, башҡаса етешһеҙлектәр башлана. Һеҙҙең ирегеҙ менән хәл башҡасараҡ, уның ауырыуы простатитҡа бөтөнләй тиерлек бәйле түгел. – Табип бер аҙға тынып торҙо. Күҙлегенең быялаһын һөртөп, яңынан танау осона элде. Һынсыл ҡарашын ҡатынға төбәне. – Һеҙгә, туташ, бер нисә һүҙ әйтәһем бар ине.
– Эйе-эйе, тыңлайым.
– Берүк дөрөҫ аңлағыҙ, уңайһыҙ булһа ла ошо һорауҙы ҡатын-ҡыҙҙарға бик йыш бирергә мәжбүрмен. Һеҙ ирегеҙгә нимәләр ашатаһығыҙ?
Нәсимә шаңҡып ҡалды. Әлбиттә, ул был һорауҙы табип тиклем табиптан көтмәгәйне. Бер аҙ уйланып ултырҙы, тотлоҡто.
– Ну-у, иртән кистән нимә бешерелгән, шуны ашайбыҙ инде, төшкә-ә... Ауылда ни, картуф хадауай ризыҡ тигәндәй.
– Һылыу, крахмал күлдәк яғаһына ғына яҡшы. Бынан ары дөгө, балыҡ, грек сәтләүеге, ҡабаҡ, киптерелгән ҡара емеш, йөҙөм, башҡа шундай аҙыҡтар кәрәгер. Ит, йомортҡа, ҡаймағы үҙегеҙҙә лә барҙыр.
– Ауылда ни... – Нәсимә туҡтап ҡалды. Ниәте «шул тиклем ҡиммәтле аҙыҡ алырға аҡсаһы ла кәрәк бит әле» тиеүе ине лә, һүҙен кирегә борҙо. – Алырбыҙ, уныһына ғына аҡсаһы табыла инде ул, ибет, Илнур.
Ир, ризалығын белдереп, башын ҡаҡты. Дөрөҫөрәге, ни әйтергә белмәне. Табиптың һүҙе бөтмәгәйне әле.
– Уңғанлыҡ, донъя көтөү, әлбиттә, бик яҡшы сифат. Тик һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Бына һин, Илнур Рәфҡәтович, тәүлегенә нисә сәғәт йоҡлайһың?
– Биш тирәһелер, моғайын. Миңә ни, шул еткән. Йоҡо туя ул...
– Насар, бик насар. Һинең йәштәге ирҙәрҙең йоҡоһо һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
– Хе, шул тиклем йоҡлап буламы тағы...
– Була. – Табип етдиләнде. Тәҙрә төбөндәге кескәй генә медицина үлсәүенә ымланы. – Ана, һиңә үлсәү, ике яҡтың берен һайла: йә һаулығың, йә... Ҡайһыһы ауырыраҡ тартҡаны үҙеңдән тора. – Күҙлеген тағы һөртөп, һуңғы һүҙен әйтте: – Ауырыуыңдың төп сәбәбе простатит түгел. Ә нервыларың ҡаҡшаған, юҡ-барға бошоноп, стресс барлыҡҡа килгән, үҙеңә ышанысың бөтә башлаған. Мин ҡушҡандарҙы үтәмәһәң, дарыуҙар ҙа, уколдар ҙа килешмәҫ. Иң мөһиме – төшөнкөлөктән арынырға кәрәк. Ял ит, тейешенсә йоҡла, ғаиләң менән тәбиғәткә сыҡ... Бөгөнгө көндә һине Ер шарының глобаль йылыныуы ла, яратҡан футбол командаһының еңелеүе лә борсорға тейеш түгел. Ҡабатлап әйтәм, тәүлегеңде өс өлөшкә бүл: һигеҙ сәғәт эш, һигеҙе – ял, шунса уҡ йоҡо. Аңланыңмы? Аңлағас, бик яҡшы. Һауығыуыңды теләйем. Тағы ла – хәләл ефетеңде һаҡла, ирҙәре өсөн үлеп барған ҡатындар һирәк була. Бындай осраҡта байтағы, иренең һаулығын ҡайғыртыу урынына, ташлап сығып китеүҙе хуп күрә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
...«Ҡалай анһат ҡына икән – йоҡоң туйһа, ризыҡ төрләндереп, ҡорһаҡ тултырғансы ашаның ниһә, һауығып киттең, имеш... Улай булһа, балнисҡа ла йөрөмәҫтәр, махсус күнекмәләр яһап, ашап-йоҡлап тик ятырҙар ине». Дауахана тупһаһы аша атлап сыҡҡан ир шулай уйланы. Ҡатындың башында иһә башҡаһы ҡайнаны: «Бынан ары, ул иренең ай-вайына ҡуймайынса, ҡояш байыу менән йоҡларға һаласаҡ. Өҫтәленән тәмле ризыҡтарын өҙмәҫ. Малдарын да самаһыҙ аҫрамаҫтар”…