Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштар
21 Март 2025, 11:05

Ҡан ҡәрҙәшлек

Фирүзәләрҙең ғаиләһенең матди хәле башҡа күршеләренең хәле менән бер үк кимәлдә, ас йәшәмәһәләр ҙә, ата-әсәләренең тапҡан аҡсаһы ғаиләнең иң кәрәкле кейем-һалым, аяҡ кейеме, уҡыуға барыу өсөн китап-ҡәләм һәм ғаиләнең иң зарури кәрәк-яраҡтарына, аҙыҡ-түлеккә генә етә ине.Уларҙың да ғаиләһе, һуғыштан һуң ҡоролған ғаиләләрҙәге кеүек ишле, биш баланан торған ғаилә ине.

Ҡан ҡәрҙәшлек
Ҡан ҡәрҙәшлек

Фирүзәләрҙең ғаиләһенең матди хәле башҡа күршеләренең хәле менән бер үк кимәлдә, ас йәшәмәһәләр ҙә, ата-әсәләренең тапҡан аҡсаһы ғаиләнең иң кәрәкле кейем-һалым, аяҡ кейеме, уҡыуға барыу өсөн китап-ҡәләм һәм ғаиләнең иң зарури кәрәк-яраҡтарына, аҙыҡ-түлеккә генә етә ине.
Уларҙың да ғаиләһе, һуғыштан һуң ҡоролған ғаиләләрҙәге кеүек ишле, биш баланан торған ғаилә ине.
Атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик ауыр яраланып ҡайтҡан, әсәһе иһә, һуғыш йылдарында тылда ауыр эштәрҙә эшләгән, һалда бүрәнә ағыҙған, колхозда һыйыр һауған, һәр икеһе әле лә колхозда тырыш хеҙмәт иткән ике крәҫтиәндәр. Оло апайы ла колхозға бәйле ерҙә эшләй ине. Ағаһы урта мәктәпте тамамлап тракторсы булырға хыяллана. Рәхилә апайы уҡытыусы булырға теләй. Ә бына Фирүзәнең хыялдары бихисап, ул тракторсы ла, милиционер ҙа, һатыусы ла, уҡытыусы ла, хатта бейеүсе булырға хыяллана.
Ни эшләп бейеүсеме, сөнки оло апайы әхирәттәре менән клубта матур бейеүҙәр бейей, ул да кистәрен бер нисә тапҡыр уларҙың бейеүен күреп ҡалғас, бейеүсе булырға булып китте.
Бына шулай Фирүзә биш йәшенә тиклем төпсөк ҡыҙ, ғаиләнең кинйәһе булып, бер туҡтауһыҙ хыялдар ҡорған, иркә, шуҡ, аташ ҡыҙ бала булып үҫте.
Тик бер көн уның аяҙ күк йөҙөндә йәшен йәшнәне, дауылдар ҡуптымы ней... Күрше бер апайҙың: "Әсәйең һиңә ҡусты йәки һеңле алып ҡайтырға булған икән, хәҙер апай булаһың инде, Фирүзәү", тигән хәбәренән һуң ул шаңҡыған балыҡ һымаҡ аптырап торғайны бер килке.
Шунан илап ҡайтып инде өйҙәренә, атаһына ла, әсәһенә лә ниңә илағанын әйтә алмай ыҙаланды. Рәхилә апайы ла тынысландырып маташты һеңлеһен, булманы, иланы ла иланы ул. Бер ни тиклем яҫтыҡты еүешләтеп, буҫлығып илап алғас, элекке саялығы һәм ҡыйыулығы менән сәй эсеп ултырған атаһы менән әсәһенең янына барып ултырҙы. "Минән һорамай миңә ҡусты йә һеңле алырға булдығыҙмы?! Мине хәҙер яратмайһығыҙмы ней?!" тип, әйтеп тә өлгөрмәне, тағы сәрелдәп илап та ебәрҙе.
Аптырап ҡалған атаһы ҡыҙын ҡосаҡлап уҡ алды, ҡатыны Зөлхиәгә ҡарап, ҡарашы менән генә "ҡайғырма, мин йыуатырмын баланы", тип ымланы. Шулай буйтым ғына атаһының ҡосағында илап алғас, Фирүзә тынысланды.
Әсәһе мейескә утын өҫтәй, ҡаҙанға һыу өҫтәй, түрбашта булыша ине.
Атаһы яйлап һүҙгә башланы, ҡан ҡәрҙәшлектең ни тиклем ҡиммәтле икәнлеген, һәр бер баланың ата-әсә өсөн бер байлыҡ булыуын берәм-берәм аңлатты. "Ҡустың йәки һеңлең тыуһа ла, һин беҙҙең иң иркә, иң аҡыллы, иң шаяныбыҙ булып ҡаласаҡһың, Фирүзә!" тип, ҡыҙының таралған ҡара бөҙрә сәстәрен ҡулдары менән туҙҙырҙы, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Атаһы бәпәй тыуасағына шат ине, уның шатлығы Фирүзәгә лә күсте, үҙе сәсенең туҙыуын яратмаһа ла, шат йылмайып, урындыҡтан ҡыуанып төшөп китте.
Әсәһенең янына барып, эргәһендә өйөрөлдө, аҙаҡ өйгә эш эшләп ултырған апайы янында ҡамасаулап ултырҙы.
Аҙаҡ йоҡларға ятҡас, ниндәй бәпәй булыр икән, ҡыҙмы, малаймы? Кемгә оҡшар икән, атайғамы, әсәйгәме, ағайғамы, апайымдарғамы, әллә миңә оҡшаған бәпәйме икән, тип уңға, һулға борғоланды, оҙаҡ ҡына йоҡлай алманы.
Фирүзә лә, Рәхилә апайы ла, Фәтхулла ағайы ла тас атаһына оҡшаған ине, буйға тәпәшәк, атаһы кеүек сөм ҡара сәсле, ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, хатта танауҙары ла аталарыныҡы кеүек көмрө танау ине. Оло апайы Хәтирә генә бер аҙ әсәһенә оҡшаған ине. Әсәләре бигерәк матур ҡатын шул, оҙон һомғол буйлы, ап-аҡ йөҙлө, күм-күк күҙле. Әсәһенең тоҡомо алыҫ Миңзәлә яҡтарынан килгән кешеләр, ҡайһы яҡталыр инде ул Миңзәлә яғы, Фирүзә әле белмәй шул. Малай булһа ла, ҡыҙ булһа ла, атаһына оҡшаһын, тип теләне ул, сөнки әсәһенә оҡшаһа, матур булыр, тип әле тыумаған ҡустыһын йәки һеңлеһенән әсәһен ҡыҙғанды бәләкәй ҡыҙ.
Яҙҙың бер көнө ул көн килеп еткәйне, күк йөҙөндә күк күкрәне, йәшендәр йәшнәне, бәпәй тыуҙы.
Тыуған бәпәй малай ине, һәм дә тас әсәһенә оҡшаған!
Фирүзә әсәһен ҡыҙғанып ыҙаланы. Яңы тыуған бәпәй иң үҙәктә ине хәҙер, ул үҙенең матурлығы, һөйкөмлөлөгө менән барыһын да үҙенә арбай ине. Тик Фирүзә генә байтаҡ ваҡыт бәпәйҙең янына барырға теләмәй алыҫтан ғына күҙәтеп йөрөнө. Ләкин ҡыҙыҡһыныуы көндән-көн, артҡандан-арта барҙы.
Бер көн әсәһе бәпәйҙе имеҙгәндә, әсәһенең янына барып тороуы булды, әсәһенең ҡосағында ятҡан бәпес бәләкәй генә ҡулы менән Фирүзәнең баш бармағын тотоп алмаһынмы!
Үҙе ниндәй матур һуң әле, күҙҙәре күм-күк, тәне һөт төҫөндә, бармаҡтары йомроҡай һәм бәләкәс кенә...
Шул минутта Фирүзәлә ҡустыһына ҡаршы һөйөү уянды, нисек инде ошо йомроҡайҙы яратмайһың инде!
Ниһәйәт ул апай булыуын, ҡәрҙәшлек тойғоһон тойҙо, ипләп кенә ҡустыһының һөт еҫе аңҡыған кескәй генә ҡулын, йомшаҡ йөҙөн һыйпаны, ҡустыһы ла һаман апайының ҡулын ебәрмәй, матур йылмая.
Әсәләре лә шат ине, сөнки ул да һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, кескәй ҡыҙы өсөн ҡайғырып йөрөй ине.
Бына бит ул нимә икән ҡәрҙәшлек тойғоһо, тимәк атаһы ошоно аңлатырға теләгән теге ваҡыт.
Әсәһе ҡустыһын ҡосағына алырға рөхсәт иткәндә, Фирүзә моғайын был донъялағы иң бәхетле кеше булғандыр ул. Йүргәккә төрөлгән йомроҡай ҡустыһы уның да иң яратҡан кешеһе ине хәҙер.
Шул көндән алып Фирүзә менән ҡустыһы Ишморат араһында күренмәҫ бер еп, ҡәрҙәшлек ебе барлыҡҡа килде. Йылдар, миҙгелдәр үтеү менән ул еп нығына барҙы, улар - ҡәрҙәш, уйындаш, иптәш, серҙәш булдылар.
Апай һәм ағайҙары менән йәш аралары ҙур булғанлыҡтан улар икеһе тиҙ уртаҡ тел таптылар, айырылмаҫ икеле, иш менән ҡуш, яҡшы дуҫ булып, ниндәй генә мажараларға тарыманы, ниндәй генә үрҙәр, юлдар үтмәне улар...

Фәйрүзә Хәлилова.
#Ҡәрҙәштәр #Ҡәрҙәшлек

https://vk.com/id179927316

Автор: Алия Даутова
Читайте нас