Мин ҡыуанысымды йәшермәй, тиҙерәк ҡулыма блокнот менән ручка алам. Йырында "һөйгән йәр" һүҙен көйләү менән өләсәй йәнәшәһендәге бабайын һуҡты ла йыҡты. Ҡулдағы әйберҙәремде ташлап, бабайға торорға ярҙам итә башланым. Иптәш ҡыҙым баҫҡан урынынан ситкәрәк китеп ҡайын ағасына һыйынды. "Бына ошо ҡәһәр һуҡҡан, ғүмер буйы йөҙөмдән көлдө, өҫтөмдән йөрөнө", – әбейем йоҙроғон бабайҙың танау аҫтында уйнатты. Ҡаҡса оҙон буйлы ҡарт, ғәйепле йылмайып, аҡланырға маташты: "Ул бит ҡайсанғы хәл", - тип һуҙҙы. Йылмайырға тырышып, алдан ҡалған ике тешен күрһәтеп аңлау табырына өмөт итеп беҙгә баҡты. "Өләсәй, йырыңдың һүҙҙәрен яҙып өлгөрмәнем бит", – тип оло кешене күңелһеҙ хәтирәләренән арындырырға тырышам, ручка алам. Әбей туҡтаған урынынан йырын һуҙҙы. Ҡәһәрең, ҡушымталағы "һөйгән йәр" һүҙенә килеп етеү менән тағы бер ҡат бабайҙы ергә ауҙарҙы. "Бабайҙың бөтә ере ауырталыр", – тип ҡыҙғанып ярҙамға килдем. “Бына минең дә ғүмер буйы йөрәгем әрнене, ауыртыуын баҫа алманым. Һуңлап ҡына аңланым. Йәшлегемде кемгә әрәм иткәнемде. Ҡәҙеремде белмәне. Васыят итеп әйтәм: ирҙәрҙе йәлләмә", – тип миңә етди ҡараш ташланы.
Журналист кешегә төрлө һөнәр эйәләренең йыйындарында, сараларҙа йыш булырға тура килә. Береһендә сараның башынан аҙағына тиклем гармун тартҡан урта йәштәге ирҙең (исемен Ильяс тип алайыҡ) тик бер генә йыр һуҙыуын хәтерләйем. "Һөйәм, тип сыҡма юлдарыма, бәхетем бит минең башҡала", – тип йөрәккә үтерлек итеп, бик моңло башҡарҙы. Икенсе йырҙы башҡарыуын һораһалар, уны тиҙ генә йырлай ҙа, тағы шул йырға әйләнеп ҡайта. Һораулы ҡарашыбыҙҙы абайлаған хеҙмәттәштәре: “Иғтибар итмәгеҙ. Был йырҙы ул бында ултырған Сәйҙәгә бағышлай", – тип гармунсыны ғаиләһенән айыртҡан ҡатынға ишараланылар. Йөрөүҙәре фаш ителгәс, 2 улын ҡалдырып, яңы бисәгә киткән икән урта йәштәге ир. Яңы ғаиләлә ҡыҙҙары тыуған. Ике арала йөрөргә форсат булмағас, Ильяс беренсе ҡатыны Зөлфирәне юҡһынып йәшәй икән. Ғаиләһен емереп, ҡасандыр үҙен яратыусы ҡатындарҙың береһенә лә кәрәге ҡалмаған. Бисараның үткәндәрҙе кире ҡайтарып, хатаһын төҙәтә алмауына йөрәге һыҙа. Тормош кино түгел, уны икенсе тапҡыр әйләндереп булмай. Яңы хистәр менән мөхәббәт тип тойолған ҡатынға ла бергә йәшәй башлағас, донъя малы кәрәк була шул. Затлынан кейенеп, яһанып ғишыҡ уйнау түгел шул бергә донъя көтөүе. Ильяс тәүге ҡатынына ҡанатланып осоп ҡайтыр ине, әммә аралағы күперҙәрҙе үҙе яндырған. Зөлфирәһен юғалтыу сәбәбен Сәйҙәнән күрә, тимәк. "Кеше ярын тартып ала күрмә, бәхетһеҙлек шунан башлана", – тип үҙе кисергәндәр менән уртаҡлашты ул йырҙа. Бер нисә йылдан һуң был пар тураһында ҡыҙыҡһындым. Сәйҙәнән әллә ҡасан айырылған. Тик Ильяска беренсе ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайтыу форсаты теймәгән, ҡабул итмәгәндәр. Ул хатаһын аңлаған, әммә йөрәге түҙмәгән, фани донъяны иртә ҡалдырған икән…
Кеше яҙмышы шул тиклем нескә төшөнсә. Берәүҙең кәңәше икенсегә ярамай. "Ир ҡатыны стена түгел, уны этәреп күсереп була", – тип ҡайһы бер һауалы ҡатындар шаяртҡан була. Ғаиләле ир-ат өсөн "запастағы аэродром" ролен үтәүсе ҡатын-кыҙҙар тап үҙҙәре ярыҡ ялғаш менән ҡала шул. Сит ирҙең машинаһына, байлығына ҡыҙышып, үҙ ғүмерҙәрен сарыф итәләр. Шул ваҡытта һауалағы торнаға өмөт итеп ҡулдарындағы сәпсектән ҡолаҡ ҡағалар. Һәр кем үҙенең фәлсәфәүи ҡарашында ҡала, ә ғүмер уҙа бара. Тормош дилбегәһе лә һәр кемдең үҙ ҡулында, ҡайһы яҡҡа бораһың, шул йүнәлештә юлыңды дауам итәһең. Шуға яҙмышың ысынлап та үҙеңдән тора…
Рима ВӘЛИЕВА-ҠАҺАРМАНОВА. Балтас районы.