Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштар
11 Март , 11:15

Минең кәрәгем ҡалманы...

Иртә таңдан эшкә китеп барышым ине. Ҡаршыма күптән күрешмәгән танышым килеп сыҡты. Күрше йорттарҙа ғына йәшәһәк тә, донъя артынан ҡыуа-ҡыуа, хатта телефон номерҙарыбыҙҙы ла юғалтышып бөтөргәнбеҙ. Тиҙ-тиҙ булһа ла, хәл-әхүәл белешә башланыҡ. “Нинаның үлгәнен ишеткән инеңме? 2 ғинуарҙа ерләнек", – тине танышым. Ошо хәбәрҙән күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Әле ҡасан ғына аралашып йәшәгән Нина апай миңә бик тә йәл тойолдо. Ай-һай танышымдың бөтә нескәлектәр тураһында һөйләшеп торорға ваҡыты юҡ ине. Мин дә төпсөнмәнем. “Нисек?"– тигән һорауыма: "Өсөнсө ҡаттан йығылып төшкән", – тип кенә әйтте лә танышым үҙ юлында булды. Шулай ҙа эстән генә 57 йәшлек ҡатындың тормошо бына шулай тамамланыуы меңләгән һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырҙы. “Яңылыш йығылғанмы, әллә үҙе ташлағанмы?” Журналист ҡыҙыҡһыныуым көслө булғанға күрә генә лә мин, һис шикһеҙ, был һорауға яуап табырға тейеш инем. Нина апай тыумышы менән Ижевск ҡалаһынан ине. Ғүмерлеккә тип һайлаған иренең, ҡыҙғаныс, ғүмере оҙаҡ булмай. Бер-бер артлы тыуған Саша менән Катяны етем ҡалдырып, 36 йәшендә донъя ҡуя. Ҡаҙандың бер бүлмәле барагында көн күргән ханым, балаларҙы аслы-туҡлы ҡалдырмаҫ өсөн, көндө төнгә ялғап эшләй. Балаларға әсә наҙы бирергә, тәрбиәләргә ваҡыты ла булмай. 16 йәшенә еткән Сашаһының насар компанияға эләккәнен абайламай ҙа ҡала. Был турала Нина апай белгәндә, эш инде уҙған була. Егетте, ҡараҡлыҡта ғәйепләп, төрмәгә ултырталар. Өҫтәүенә, ҡыҙы ла мәктәпте бөтөр-бөтөрмәҫ йөккә уҙа. Уныһы ла әсә йөрәген телгеләй. Яратҡан кешеһе, бала буласағын белгәс, һыуға батҡан кешеләй юҡҡа сыға. "Нисек тә тырышырбыҙ әле, үҫтерербеҙ", – тип, Нина ҡыҙын бала табырға күндерә. Бәләкәс Карина тыуа. Ҡара көндән һуң яҡтыһы килә тигәндәй, барактарҙы емерә башлағас, Нина апайҙарға өс бүлмәле фатир бирәләр. Шулай итеп тар ғына бүлмәлә көн күргән ғаиләнең тормошо иркенәйеп китә. Шул ваҡыт Саша ла ҡайта. Белеме, стажы булмаған егетте бер ҡайҙа ла эшкә алырға теләмәйҙәр. Шулай йөрөй торғас, ул үҙенән олораҡ бер ҡатынға эйәләшә. Һуңынан уға йортҡа инә. Быныһын да тыныс ҡына кисерергә тырыша Нина апай. Эскесе ҡатындың улын тура юлға баҫтырмаясағын яҡшы аңлай ул. Әммә нимә эшләтһен инде һуң? Төрмәнән наркоман булып ҡайтҡан Сашаһы өсөн, бәлки, уныһы яҡшыраҡ булғандыр әле. Уның ҡыланыштарын күрмәйсә, әсә йөрәге бер аҙ ғына булһа ла тыныс йәшәгәндер. Шул ғәмәле 28 йәшендә гүргә алып та китә Сашаны. "Передозировка", – ти табибтар. Быныһын да кисерҙе Нина апай. Ейәнсәре Каринаны бигнрәк тә яратып үҫтерергә тырышты ул. Әйтерһең дә балаларына бирә алмағанды ошо балаға бирергә теләй ине. Катя әле бер, әле икенсе ир менән йөрөп арығас, "нормальный" күренгән бер ирҙе эйәртеп ҡайтты. Ҙурлап туй яһанылар. Кейәү уларҙа йәшәп ҡалды. Ауылдан булғас, Ҡаҙанда уның фатиры юҡ ине. Әммә ул, ысынлап та ла, бик егәрле, аҙ тауыш ҡуптарырға яратҡан ир-ат булып сыҡты. Нина апай кейәүенә бер ҙә зарланманы. "Йәшәһендәр генә", – ти торҙо. Әммә Катяның әсәһе менән бер фатирҙа йәшәһе килмәне. Икенсе балаһын алып ҡайтҡас, фатирҙы бүлеү мәсьәләһе килеп баҫты. Нина инәй, бахыр, уныһына ла ҡаршы килмәне. Тормошон нисек башалған булһа, шуға кире ҡайтты тиһәң дә була. Фатирын һатып, ҡыҙына ике бүлмәлене биреп, үҙенә тораҡтан бер бүлмәлек кенә аҡсаһы ҡалды. "Ярай әле, етә миңә", – тип күрше йортҡа күсенде. Тағы бер нисә көндән юлымда тағы теге танышымды осраттым.

 

Был юлы көн кискә табан ауышҡан, икебеҙ ҙә эштән ҡайтып киләбеҙ. Шунан файҙаланып, мин тағы Нина апайҙың тормошо менән ҡыҙыҡһына башланым. Туғаны булғас, белмәй булмаҫтыр, тинем. “Нина Карина менән йәшәне. Катя әле тағы бер бала тапты, бөгөн күп балалы әсә ул, – тип һөйләне танышым. – Балаларын ҡалдырырға кеше кәрәк булғанда ғына килә инеләр.  Башҡа ваҡытта юҡ, һалҡын тейҙереп, ауырып ятҡанда ла хәлен белеүсе булманы. Фажиғә булыр алдынан ошо ейән-ейәнсәрҙәре арҡаһында тауыш сыҡҡан. Нинаның ейәндәрен бик күрәһе килгән. Әммә Катяның уларҙы бер тапҡыр ҙа әсәһенә ҡуна ҡалдырғаны булмаған. Йәшерен-батырын түгел инде, Нина һуңғы йылдарҙа аҙыраҡ һалғылай ине. Шулай эсеп ятты тип әйтә алмайым, байрамдарҙа тота ине. 31 декабрь көнө булғас, күрәһең, байрам хөрмәтенә һалғандыр. Катянан балаларҙы килтереүен һорай ул. Тегеһе Каринаны алырға килгән була. Яңы йылды яңғыҙымды ғына ҡалдыраһыңмы, тип инәлгән әсәһен Катя ишетергә лә теләмәй. Юғиһә байрамға үҙҙәренә саҡырһа ла була ине. Ишек шапылдап ябылғас, Нина балконға йүгереп сыға. Катяға, минең берәүгә лә кәрәгем ҡалманы, мин хәҙер ташланам, тип ҡысҡыра. Ул, бәлки, ҡурҡытмаҡсы ғына булғандыр, әммә Катя әйләнеп ҡарағанда, Нина балкон тимерендә аҫылынып торған була. Күҙ асып-йомған арала ҡулдары ысҡынып китеп, йығылып төшә. Реанимацияла бер тәүлек ятҡас йән бирҙе Нина", – тип тамамланы һүҙен танышым. Һорауыма яуап табылды, әммә уйҙарым өйөрмәһенән генә ҡотола алманым. Ысынлап та, дөрөҫлөк һәр ваҡыттағыса фажиғәлерәк булып сыҡты...

Сәйҙә ҒҮМӘРОВА

Автор: Алия Даутова
Читайте нас