Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Ноябрь 2023, 11:25

Башҡортостанда йәшәүселәр медицина учреждениеларының дәүләт пабликтары аша табипҡа яҙыла ала

Хәҙер Бәйләнештә социаль селтәренән сыҡмайынса «Һаулыҡ» ҡушымтаһы аша табипҡа яҙылырға мөмкин.

Башҡортостан дауаханаларының һәм поликлиникаларының рәсми берләшмәләрендә үҙеңде, балаңды һәм башҡа кешене табипҡа яҙҙыртырға, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы мәғлүмәттәрен һәм ҡабул итеүгә яҙылыу тураһындағы мәғлүмәтте тикшерергә, талонды ғәмәлдән сығарырға йәки өҫтәргә мөмкин.

Бының өсөн:
1 — смартфон аша Бәйләнешкә инергә,
2 — медицина учреждениеһының рәсми сәхифәһенә күсергә,
3 — «Врачҡа яҙылыу» виджетын һайларға,
4 — авторизация үтергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер мәктәп һәм балалар баҡсаларының дәүләт пабликтары аша баланы түңәрәккә йәки секцияға яҙҙырырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: