Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 14:13

2023 йылдың октябрендә төбәктә инфляция артты, әммә уртаса Рәсәй кимәленән түбән ҡалды

2023 йылдың октябрендә республикала инфляция 5,8 процентҡа тиклем артҡан. Бер ай элек ул 4,5 процент ине. Быға тауар етештереүселәрҙең һәм хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең, тәьмин итеүселәрҙең сығымдарының артыуы, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға ихтыяждың юғары булыуы сәбәпсе.

Мәҫәлән, ит етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр сығымының артыуы ҡош, сусҡа ите һәм уларҙан эшләнгән изделиеларҙың – фарш, колбаса һәм сосискаларҙың ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.

Импорттың һәм конкуренцияның кәмеүе арҡаһында үҙебеҙҙәге алма үҫтереүселәр тотонолған сығымды тауар хаҡы менән ҡайтара. Һөҙөмтәлә, октябрҙә алма хаҡы артыҡ кәмемәне.

Дөгө һәм ҡәһүә культуралары уңышының түбән булыуы тауар хаҡының ҡиммәтләнеүенә сәбәп булды.

Автомобиль баҙарында һаҡланып ҡалған юғары ихтыяж еңел автомобилдәргә һәм уларға бәйле тауарҙарға, атап әйткәндә, тәгәрмәстәргә хаҡтарҙың артыуына килтерҙе.

Ошо уҡ сәбәп менән ҡайһы бер оҙайлы көнкүреш тауарҙары – микротулҡынлы мейестәр, кер йыуыу машиналары, аш-һыу плитәләре ҡиммәтләнде.

Хеҙмәтләндереү өлкәһендә авиабилеттарға хаҡтар артты. Был авиапассажирҙар ташыусыларҙың яғыулыҡҡа һәм самолёттар паркын хеҙмәтләндереүгә киткән сығымдарының артыуына, шулай уҡ эске осоштарға ихтыяждың юғары булыуына бәйле.

Октябрҙә, былтырғыға ҡарағанда, автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәр ҡиммәтләнде. Был күренеш ошо өлкәлә кадрҙарҙың етмәүенә һәм хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү өсөн эш хаҡын арттырыуға бәйле.

Төбәк инфляцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Рәсәй Банкы сайтында: https://vk.cc/csz82T

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: