Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2023, 16:46

2023 йылдың 1 декабре Ярҙам поезы Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн Бөрөлә һәм Ҡырмыҫҡалыла

Алыҫ районындарҙа йәшәүсе һәм «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды ярҙамына мохтаж кешеләр тейешле ярҙам алһын өсөн республика буйлап «Ярҙам поезы» йөрөй.

График буйынса киләһе туҡталыш — ике тораҡ пунктта:

Бөрө ҡалаһы, Интернациональ урам, 94А («Умникум» үҙәге),

Ҡырмыҫҡалы ауылы, Баҡса урамы, 25/1 (Район мәҙәниәт һарайы).

Датаһы — 2023 йылдың 1 декабре. Ваҡыты — сәғәт 11-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.

Осрашыуҙа психологтар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәрҙән консультация алып буласаҡ. Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268 01 02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: