Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель , 10:33

«Студент стартапы» гранттар конкурсы

2024 йылдың 15 апреленә тиклем Башҡортостанда «Студент стартапы» гранттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Проекттар ете йүнәлеш буйынса һайлап алына:
- һанлы технологиялар;
- медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары;
- яңы материалдар һәм химик технологиялар;
- яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары;
- биотехнологиялар;
- ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика;
- ижади индустриялар.

Микроэлектроника, пилотһыҙ осоусы аппараттар, станоктар эшләү, яһалма интеллект һәм һанлы технологиялар, шулай уҡ персональ медицина һәм агробиотехнологиялар өлкәһендәге проекттар өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

Күрһәтелгән һылтанма буйынса ғариза бирергә кәрәк: vk.cc/cbj92s.

Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгендә конкурс буйынса бушлай консультация алыу мөмкинлеге бар. Офистың адресы: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14, 10-сы ҡат, Б блогы.Тел. 8 (347) 213-10-62.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: