Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель , 12:21

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ташҡын осоронда ваҡытлыса йәшәү өсөн 276 пункт ойошторолдо

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ташҡын осоронда ваҡытлыса йәшәү өсөн 276 пункт ойошторолдо. Кәрәк булғанда уларҙа 37 меңгә тиклем кешене урынлаштырырға мөмкин. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Башҡортостанда ташҡын» брифингында ошо хаҡта һөйләне.

Түбәндәге һылтанма буйынса пункттарҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән «Ташҡын 2.0» системаһы аша танышырға мөмкин: vk.cc/9ozL6a. Пункттарҙа һыу һәм аҙыҡ-түлек запасы, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн бүлмәләр бар. Кәрәк булған осраҡта һәр пунктта медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәлгә осрағанда 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

Брифингтың тулы яҙмаһын ошонда ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: