Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Май , 09:10

Мунсала янғын — йыш була торған хәл

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мунса хужаларына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Мунса мейесен ваҡытында йүнәтегеҙ һәм төтөн юлын таҙартып тороғоҙ, тоҡандырыр алдынан мөрйәнең тартыу көсөн мотлаҡ тикшерегеҙ.

Мейес кирбестәре торошон күҙәтеп тороғоҙ.

Эҫе мейес һәм мөрйә ағас конструкцияларға тейеп тормаһын.

Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлыҡта тимер урынлаштырығыҙ.

Мунсалағы лампочкаларҙы һыу үтмәҫлек плафондар менән ҡаплағыҙ.

Мейесте ишеген асыҡ көйө яҡмағыҙ.

Мунсала тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар һаҡламағыҙ.

Яғылған мунсаны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Ашығыс хәл килеп тыуһа, 112 номерына шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: