Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Май , 09:36

Элек иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекты нимә ул?

«Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Был исемлеккә милек хоҡуғы 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем барлыҡҡа килгән объекттар инә. Хоҡуҡ юридик яҡтан ғәмәлдә тип иҫәпләнә, әммә ошо күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа эш эшләгәндә (һатып алыу-һатыу, мираҫҡа алыу, бүләк итеү, ҡуртымға алыу һ.б.) уны "Росреестр"ҙа теркәү мотлаҡ.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәлгәнме-юҡмы икәнен "Росреестр" сайты аша (vk.cc/cwyrAU) «Оnline режимында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт» сервисы ярҙамында «Хоҡуҡтар һәм сикләүҙәр» ҡушымтаһында белергә мөмкин. Әгәр милек теркәлмәһә, «алдан иҫәпкә алынған» тигән яҙыу барлыҡҡа килә. Сервис түләүһеҙ, мәғлүмәт реаль ваҡыт режимында күрһәтелә.

Күсемһеҙ милекте теркәү маҡсатында документтар тапшырыу өсөн паспорт, СНИЛС һәм хоҡуҡ билдәләүсе документ менән Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ ғариза яҙырға кәрәк. 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем барлыҡҡа килгән хоҡуҡты теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы алынмай. "Росреестр" сайтындағы шәхси кабинетта бындай ғаризаны электрон ҡултамғаһыҙ һәм Дәүләт асҡысын күрһәтмәйенсә бирергә мөмкин.

Хоҡуҡты теркәү милекселәрҙең законлы мәнфәғәттәрен яҡларға, шулай уҡ күсемһеҙ милек менән ҡаршылыҡһыҙ идара итергә мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында күсемһеҙ милек объекты тураһындағы көнүҙәк һәм ышаныслы мәғлүмәт дәүләт йәки муниципаль ихтыяждар өсөн ер участкаһын тартып алғанда, ергә хоҡуҡтарҙы сикләгәндә, ер участкалары сиктәренең урынлашыуын яраштырғанда зыянды ҡаплау хәүефен кәметә.

Алдан иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡты теркәү тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән "Росреестр"ҙың ҡыҙыу линияһының 8-800-100-34-34 телефон номеры буйынса танышырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: