Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Май , 10:51

Ни өсөн йәйгеһен йылы һыуҙы һүндерәләр: йыш бирелгән һорауҙарға яуап

Ни өсөн йәй көнө эҫе һыуҙы һүндерәләр? Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирә.

Йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау эшен йәйге осорҙа, йәғни йорттарҙы йылытмаған ваҡытта үткәреү яҡшы.

Йылылыҡ селтәрҙәренең торлаҡ йорттарға тиклемге торошо өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма (РСО) яуаплы. Компания айырым участкаларҙы ҡаланың йылылыҡ селтәренән һүндерә һәм уларҙа гидравлик һынауҙар үткәрә. Селтәрҙәге баҫымды дүрттән бер өлөшкә арттыралар: был проблемалы урындарҙы асыҡларға ярҙам итә.

 Контроль нөктәләрҙәге күрһәткестәрҙең ҡапыл түбәнәйеүе — аварияға килтереүе ихтимал булған зыян тураһында сигнал. Етешһеҙлекте ерҙе ҡаҙып ҡына асыҡларға һәм бөтөрөргә мөмкин.

Ремонттан һуң йылылыҡ селтәре яңынан һынау үтергә тейеш. Бөтә етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлгәненә инанғас ҡына йылылыҡ трассаһын ер аҫтына кире күмергә мөмкин.

Йылы һыуҙы нисә көнгә һүндереүҙәре мөмкин?
Санитар-эпидемиологик нормалар буйынса эҫе һыуҙы 14 көндән дә артыҡ ваҡытҡа һүндерә алмайҙар.

Әммә зыян күргән өлөштәрҙе тулыһынса алмаштырыу талап ителһә, эш ваҡыты аныҡ билдәләнмәй. Йылылыҡ селтәрҙәре белгестәре ремонт ваҡытын күпмегә арттырыуҙы объектив баһаларға, эштәрҙе мөмкин тиклем теүәл планлаштырырға һәм халыҡтың мәнфәғәтен иҫәпкә алырға тырыша.

Һыуҙы һүндереү графигын ҡайҙан белергә мөмкин?
- Идара итеүсе компанияның сайтында йәки ҡыҙыу линия номеры буйынса. Уны квитанцияла йәки подъездағы иғлан таҡтаһында табырға мөмкин.
- Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошманың сайтында. Мәҫәлән, «БашРТС» клиенттары графикты ошонда ҡарай ала: vk.cc/cdqR6a.

Эҫе һыу һүндерелгән осорға иҫәп-хисап яһаламы?
Әгәр фатирығыҙҙа иҫәпләгес ҡуйылған икән, иҫәпләнәсәк сумма ысынбарлыҡта тотонған һыу күләменә бәйле. Ҡайтанан иҫәпләү талап ителмәй.

Әгәр иҫәпләгестәр булмаһа, ремонт осорона коммуналь түләү күләме кәметеләсәк. Ҡайтанан иҫәпләү тураһындағы мәғлүмәт киләһе квитанцияла сағылыш таба.

Ни өсөн бөтә торбаларҙы бер юлы алмаштырмайҙар?
Ҡалала бөтә торбаларҙы ремонтлау физик яҡтан мөмкин түгел, сөнки был ҡатмарлы технологик процесс. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма, халыҡ өсөн уңайһыҙ шарттарҙы кәметергә тырышып, ремонт эштәрен планға ярашлы башҡара.

Ни өсөн ремонтты кисектереп булмай?
Йылылыҡ селтәрҙәрен һынау һәм уларҙы ремонтлау график буйынса үткәрелергә тейеш, юғиһә киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек өҙөләсәк.

Ни өсөн торбаларҙы йыл һайын бер үк урында ҡаҙып алалар?
Ҡайһы бер участкаларҙа селтәрҙәрҙең ныҡ туҙыуы арҡаһында ҡабаттан зыян килеүе ихтимал.

Ни өсөн һыуҙы йәй дауамында бер нисә тапҡыр һүндерәләр?
Эштәр комплексы торбаларҙың тармаҡлы булыуы һөҙөмтәһендә бик киң, шуға күрә һәр участка иғтибар талап итә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: