Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь , 14:51

Башҡортостан ғаиләләрен бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан ғаиләләрен Бөтә Рәсәй һаҡлыҡ аҡсаһы һәм инвестициялар буйынса ғаилә фестиваленең төбәк этабында ҡатнашырға саҡыралар.

Фестиваль 2024 йылдың 8 июнендә сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамы, 69/1 (Финанс университеты).

Ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: vk.cc/cxmM7B. Урындар һаны сикле.

Команда 14 йәштән өлкән 2-4 кешелек туғандарҙан тора ала. Унда әсәй, атай, балалар, олатай-өләсәйҙәр, инәйҙәр һәм ағайҙар, ағай-энеләр һәм апай-һеңлеләр булыуы мөмкин.

Сара программаһында — лекциялар, һаҡлыҡ буйынса квиз, финанс күнекмәләре буйынса квест, оҫталыҡ дәресе һәм инвестициялар этәргесе - эшлекле уйын.

Фестивалдең һәр этабында ғаиләләр бергәләп уйын балдары - алтын йыясаҡ. Уларҙы Һаҡлыҡ кенәгәһендә иҫәпкә аласаҡтар. Иң күп алтын йыйыусы команда төбәк этабында еңеүсе тип табыла һәм фестивалдең федераль этабына Мәскәүгә барасаҡ.

Фестивалде Финанс университетының Халыҡтың финанс грамоталылығы буйынса федераль методик үҙәге, Рәсәй Финанс министрлығы һәм Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү институты ойоштора.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: