Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь , 12:23

Эскроу иҫәбе нимә ул

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре эскроу иҫәптәре ҡулланып ҡына төҙөлә ала. Бындай тәртип 2019 йылдың 1 июленән ғәмәлдә.

Эскроу иҫәбе нисек эшләй?

Өлөшсөләрҙең аҡсаһы килешеүгә ҡул ҡуйғанда махсус банк иҫәбенә күсерелә. Төҙөүсе фатирҙарҙы һатып алыусыларға тапшырғанға тиклем иҫәптәге аҡса менән эш итә алмай.
Был иҫәп төҙөүсе банкрот булған йәки йорт ваҡытында тапшырылмаған осраҡта өлөшсөләр өсөн хәүефте кәметеү маҡсатында кәрәк.

Эскроу иҫәбе ҡулланып, ипотекаға нисек фатир һатып алырға була?

Һатып алыусы банкҡа ипотека кредиты алыу өсөн ғариза бирә һәм банк мөрәжәғәтте хуплағандан һуң төҙөүсе менән төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөй. Килешеүҙә, һатып алыусы менән һатыусы араһындағы иҫәп-хисап эскроу иҫәбе ҡулланып үтәсәк, тип күрһәтелә.
Һуңынан атап үтелгән килешеүҙе "Росреестр"ҙа теркәйҙәр, ә һатып алыусы банкта бушлай иҫәп аса.

Эскроу иҫәбен нисек асырға?

Документтарҙан тик паспорт һәм «Росреестр»ҙа теркәлгән төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы килешеүҙең төп нөсхәһе генә кәрәк буласаҡ.
Эскроу иҫәбен асыу өсөн һатып алыусы, төҙөүсе һәм иҫәп асыласаҡ банк араһында килешеү төҙөргә кәрәк була.

Эскроу иҫәбе асылған банк банкрот булһа, нимә буласаҡ?

Аҡса һатып алыусыға кире ҡайтарыла. Эскроу иҫәбендә урынлаштырылған аҡса Вкладтарҙы страховкалау агентлығы тарафынан страховкалана, әммә страховка аҡсаһы 10 миллион һумдан артмай. Йәғни, фатирығыҙ 10 миллион һумдан ашыу тора йәки бер йортта бер нисә фатир һатып алаһығыҙ икән, һеҙ 10 миллион һум аҡсағыҙҙы ғына кире ҡайтара аласаҡһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: