Яйыҡ
+28 °С
Болотло
9 Мая - День Победы
12 Апрель 2022, 04:15

Еңеү һалдаты

Рысай ауылында тыуып үҫкән Фазыл Сәғитов Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. 

Еңеү һалдатыЕңеү һалдаты
Еңеү һалдаты

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фазыл Мөхәмәтйән улы Сәғитов 1917 йылдың 28 майында Рысай ауылында донъяға килә. 

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны йөҙләгән Учалы районының ир-егеттәре менән бергә 1942 йылда тәүҙә Туймазы ҡалаһына оҙаталар. Һалдаттар данлыҡлы Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Әҙерлек үткәс, һалдаттар фронтҡа, алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. 

Фазыл Мөхәмәтйән улының тәүге алышы шул уҡ 1942 йылдың 5 июнендә Алым йылғаһы буйында була. 1944 йылда ул ҡаты яралана. Госпиталдә ятып дауаланғандан һуң, 79-сы танктарға ҡаршы истребитель часы составында алышыуын дауам итә.

 Фазыл Сәғитов Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә. Ә тыуған яҡтарына ул тик 1946 йылдың 5 ғинуарында ғына ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡаһарманлығы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Ҡаһарманлыҡ өсөн", "Берлинды алған өсөн", "Германияны еңгән өсөн", "Варшаваны азат иткән өсөн" кеүек миҙал-ордендар менән билдәләнгән.

Һуғыштан һуң Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Мансур ауылының башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә.

Фазыл Сәғитов 1996 йылдың 25 июлендә вафат була.

Уның хаҡтағы яҡты иҫтәлектәр яҡындары күңелендә һаман һаҡлана.

 

 

 

 

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас