

“Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо ташҡынынан
Бысрағынан, юшҡынынан
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм-
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм”.
Ф. Абдуллина.
8 апрель көнө Ҡолош клубында "Пар ҡанаттар"
тигән әҙәби -музыкаль кисәлә, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән ғаилә парҙары хөрмәтләнде. Сәхнә түренә саҡырылған Рәйхәнә һәм Илдус Хибәтуллиндарҙың, Флүзә һәм Йомадил Мөхәмәтйәровтарҙың, Жәүиҙә һәм Салауат Ялаловтарҙың, Нәфиә һәм Зәйнулла Сәфиуллиндарҙың, Фәнжиә һәм Хәҙис Сәфиуллиндарҙың һәр береһенең ғаилә стажы дүрт тиҫтәнән ашыу булһа, хеҙмәт йылдарын бергә ҡушһаң өс йөҙ йылдан артып китә. Бөтәһе лә күп бала үҫтергән, хәҙерге көндә 33 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булған, хөрмәтле ауылдаштары тураһында ветеран уҡытыусы Тәслимә Шакир ҡыҙы Мөхәмәтйәрова матур иҫтәлектәр менән бүлеште, ә "Хәтирә" фольклор төркөмө ихлас йырҙар бүләк итте. Ураҙ музыка мәктәбе уҡыусылары Ильяна Әбделмәнова менән Дамир Ибәтуллин һәм Ангелина Ғарипова байрамдың иң сағыу биҙәктәре булды. Улар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы. Тормош юлын иңгә иң терәп лайыҡлы үткән ауылдаштарыбыҙға, бағымсы Хилажев Галимжан Ғабдуллажан улынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылғас, кисә төрлө һый ниғмәттән һығылып торған сәй өҫтәле артында дауам итте.
Римма Минһажева, Ҡолош ауылы