Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
9 Мая - День Победы
14 Апрель 2022, 03:59

Ташлап ҡасты....

Ундайҙарҙы тотоу – ике тин бер аҡса!

Ташлап ҡасты....Ташлап ҡасты....
Ташлап ҡасты....

2022 йылдың 3 айында 176 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Төп өлөштә автомобилдәр механик зарар алыу менән сикләнә, әммә 6 аварияла 8 кеше зыян күрҙе. Һәм был исемлек өҫтәлә генә бара.

13 апрель, 21.30 сәғәт тирәләрендә Учалы ҡалаһының Горнозаводская урамында була был ваҡиға. 53 йәшлек йәйәүле юлдың һул яғынан, транспорт хәрәкәтенә ҡаршы атлай. Кейеменә яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтар тағылмаған. Ҡаршыға килгән 10-сы модель  аҡ төҫтәге ВАЗ йәйәүлене төрттөрә. Авария ҡорбаны дауахананың травматалогия бүлексәһенә һалына. Уның әйтеүенсә, ВАЗ  юлдың бер ҡырынан икенсеһенә сайҡала-сайҡала юғары тиҙлектә елдергән, ныҡ итеп музыка аҡыртҡан була.  Водителдең ни хәлдә икәнлеген  алдан уҡ фаразлауы ҡыйын түгел!

-Водитель имгәнгән кешегә ярҙам күрһәтеүҙе хәстәрләмәйенсә авария урынынан сығып ҡаса. Кем икәнен асыҡлағас, бының өсөн дә өҫтәмә яза аласаҡ, - ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.

....Ә авария урынын ташлап ҡасыусыларға аптырап та ҡуйыла: әлеге компьютер, ҡайҙа ла видеокамералар торған заманала  автомобиль эйәһен асыҡлау ике тин бер аҡса!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас