Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
9 Мая - День Победы
14 Апрель 2022, 05:14

Ут –уйын түгел!

Хәүефле осор башлана

Ут –уйын түгел!Ут –уйын түгел!
Ут –уйын түгел!

Быйыл район биләмәләрендә 31 янғын теркәлде, былтырғы ошо осорҙан 32 процентҡа кәм, әммә тынысланырға һис тә ярамай, янғын йәһәтенән хәүефле осор башлана, тип белдерҙе Учалы һәм Әбйәлил райондарында дәүләт янғын надзоры инспекторы Сергей Чекушкин.

Ағымдағы йылдағы ут бәләләренең  төп сәбәптәре – мейес, электр ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө йә ҡағиҙәләрҙе боҙоп файҙаланыу, ут менән һаҡһыҙ тотоноу, яуыз ниәттә ут төртөү.  Бәлә урындарын да барлап сығайыҡ: ҡау үлән -1, йорт ҡаралтылары – 4, торлаҡ өйҙәр – 8, мунсалар -10, фатирҙар -4, башҡа урындар -2 осраҡ. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда фатир, ҡаралты һәм мунсаларҙа янғындар һаны апаруҡ артҡан.

Шөкөр, һәләк булыусылар юҡ, ти, әммә ике кеше имгәнә.

Яҙғы-йәйге осорҙа айырыуса һаҡ булыу, “Рәсәй Федерацияһында янғындарға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен” үтәү ҡәтғи рәүештә талап ителә. Шул иҫәптән:

-ултыраҡ, шул иҫәптән шәхси йорт биләмәләрендә усаҡ яғыу, асыҡ утта бешеренеү (махсус тәғәйен урын түгел икән),  урындағы власть органдары билдәләгән урындарҙан ситтә сүп-сар, үлән-япраҡ, башҡа нәмә яндырыу тыйыла;

-ултыраҡтарҙа һәм ултыраҡтарҙан ситтәге дөйөм ҡулланыу биләмәләрендәге ер участкалары эйәләре сүп-сарҙан, ҡоро үләндән таҙартырға бурыслы;

-ниндәй формала эйә булыуға йә файҙаланыуға ҡарамаҫтан, бөтә айырым кешеләр һәм юридик берәмектәр   ҡар иреүҙән алып оҙайлы көҙгө ямғырҙар башланғанға тиклем  урманға терәлгән участкаларын урманға тиклем  кәмендә 10 метр һыҙатты яныусан бөтә төр материалдарҙан таҙартырға, йә  кәмендә 0,5 метлыҡ киңлектә һөрөп минераллаштырырға бурыслылар.

Янғын именлеге ҡағиҙәләрен инҡар иткән өсөн  граждандарға - 2-3 мең, вазифалы кешеләргә  - 6-15 мең,  юридик берәмек булдырмаған эшҡыуарҙарға - 20-30 мең,  юридик берәмектәргә -150-200 мең һум штраф һалына.

P.S. Учалы урман хужалығы һәм янғын станциялары техникаһының янғынға хәүефле осорға әҙерлеге смотры үтте. 12 дана техника тикшерелә. Сарала Волга буйы федераль округының урман хужалығы департаменты  вәкилдәре Руслан Абдуллин менән Оксана Смирновалар ҡатнашҡан.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас