

“Һин беренсе башлап алып киттең
Мине фән тигән ҙур тауҙарға”.
А.Игебаев.
Бынан илле һигеҙ йыл элек, бәпкәләрҙәй эркелешеп, гөр килешеп мәктәп ҡанаты аҫтына килеп кергән еүеш танау балалар күптән инде олатай-өләсәй булып бөттөләр.Тик ҡыңғыраулы мәктәп йылдары, ”алтын һуҡмаҡҡа тәү аяҡ баҫҡан“ мәлдәр, башлап ”А “ хәрефен өйрәткән тәүге уҡытыусы һис онотолмай.
Ул саҡта беҙҙең уҡытыусыбыҙ – Мөхәримә Сабирйән ҡыҙыХөснуллинаға ни бары 17 генә йәш булған. Ул беҙҙе тәү күреүҙән үк арбаны, әсир итте. Күҙҙәренән нурҙар бөркөп, яғымлы тауыш менән йылмайып ҡына һөйләшкән, мөләйем,һылыу апайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурлана инек беҙ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусыбыҙ мышнай-мышнай, танау тарта-тарта хәреф таныған ике тиҫтәнән ашыу баланың күңеленә асҡыс таба белгән. Ниндәй шуҡ, тыңлауһыҙ малайҙарҙы ла тыңлата, ҡыҙыҡһындыра ине ул.
Үҙе Наурыҙ урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа уҡ Мөхәримә Сабирйән ҡыҙы әүҙемлеге, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән айырылып торған. Ғаиләлә иң өлкән апай булараҡ, ата-әсәһенә кесе туғандарын ҡарауҙа, донъя көтөүҙә лә ҙур ярҙамсы була Мөхәримә апай.
Бер йыл мәктәптә эшләп алғас, уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, ул Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә.
Судент йылдарында Мөхәримә Сабирйән ҡыҙы буласаҡ тормош юлдашы Радик Рәүил улы Адиевты осрата.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса, Мөхәримә апайға уҡытыусы булып ҡына түгел, балалар баҡсаһы мөдире лә, партия райкомында ойоштороу бүлеге инструкторы ла, заводта кадрҙар бүлеге мөдире лә, план-экономика бүлеге начальнигы ла булып эшләргә тура килә, актив йәмәғәтсе итеп тә таныта ул үҙен. Дәртле, инициативалы, егәрле хеҙмәткәрҙе Ҡалтасы районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп тә һайлайҙар.
Мөхәримә һәм Радик Адиевтар ике балаға белем, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Зилә Өфө нефть институтын тамалаған, оҙаҡ йылдар геофизик булып эшләгән. Улдары Айрат та ошо уҡыу йортон бөткән, Өфөлә геофизик аппаратура заводы етәксеһе вазифаһын биләгән .Ейәндәрен. бүләләрен һөйөү бәхетенә ирешкәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юлдашы Радик Рәүил улы биш йыл элек вафат булған.Бөгөнгө көндә Мөхәримә апай Нагаевола йәшәй.Ожмахтарға алыштырмаҫ гүзәл тәбиғәтле Наурыҙ ауылында тыуып үҫкән, матурлыҡҡа ғашиҡ Мөхәримә Сабирйән ҡыҙының йорто йәшеллеккә, гөл-сәскәгә күмелеп, тирә-йүнгә йәм биреп ултыра.
Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр эште Мөхәримә Сабирйән ҡыҙы бөтә күңелен биреп,еренә еткереп, ихласлыҡ менән башҡара, үҙ-үҙенә һәм ҡул аҫтында эшләүселәргә талапсан була. Кесе йәшенән ерҙе тире менән һуғарған ата-әсәһе үрнәгендә эшкә күнеп үҫкән ябай ауыл ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, бәхетле әсәй һәм өләсәй Мөхәримә Сабирйән ҡыҙы Адиева бөгөн күркәм юбилейын билдәләй.
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы оло ғүмер байрамы менән тәбрикләп, иҫәнлек-һаулыҡ, хәйерле-бәрәкәтле ғүмер теләйем.
” Эй ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ,
Йөрәк һүҙебеҙ ошо:
Дан һиңә, мөхәббәт һиңә,
О, беҙҙең йәшлек дуҫы! “
Гөлнур Заһирова, Наурыҙ ауылы.