

Ронни Джексон – бик тә абруйлы табип. Ике АҠШ президентын хеҙмәтләндергән, хаким резиденцияһы- “Аҡ Йорт”тоң медицина хеҙмәтен етәкләгән була. Фәҡәт ошо доктор ҡурҡыныс хәбәр һалған: “Ситтән тороп диагноз ҡуйып маташмайым, ләкин әлеге президент Джо Байден аң-зиһен ҡаҡшау арҡаһында проблемалар кисереүе бар донъяға асыҡ күренә. Әлегесә ҡатмарлы дәүерҙә илебеҙҙе, баш главнокомандующий посын бындай кеше биләүе милли именлегебеҙгә хәүеф тыуҙыра тип уйлайым”. Эйе, ололоҡто ихтирам итер кәрәк, әммә бар донъя яҙмышына ҡағылышлы, һуғыш тураһында ҡарарҙарҙы мейеһе шыйығая башлаған кеше ҡабул итеүе бик тә ҡурҡыныс! Ысынлап та, Көнбайыш илдәренең сәйәсәтенә ҡарап, етәкселәре аҡылға теүәл микән, тип уйлап ҡуйыла..... 75 йәшлек Жозеп Боррель да дипломаттар өсөн үтә сәйер хәбәр һалды: “ Украина был һуғышта яу ҡырында еңергә тейеш”. Ә бит ҡан сарсыған был бәндә - Евросоюздың Сит ил эштәре һәм именлек сәйәсәте буйынса юғарғы вәкил! Уны ла мотлаҡ психиатрға күрһәтер кәрәк.
Джо Байден АҠШ президенты булып һайланыр өсөн Дональд Трампты ҡаты миграция сәйәсәте өсөн ныҡ тәнҡитләп, килмешәк-һайлаусылар алдында яҡшатлана ине. Хәҙер ни, әйткән һүҙ өсөн яуап тотор мәл етте – АҠШ-тың көньяҡ сиктәре аша меңәрләгән-меңәрләгән ҡасаҡтар урғыла. Тоталар, әммә суд ҡарары булғансы иреккә сығарырға тейештәр икән, ә улар урамдарҙа янъял ҡуптарып йөрөй. Элекке сикләүҙәр ғәмәлдән сыҡҡан. Айырыуса ыҙа сиккән Техас штаты губернаторы Грег Эббот әмәл тапҡан. “ Ҡасаҡтар буйынса закондарҙы баш ҡалалағы сәйәсмәндәр ҡабул итә, шуға ла законһыҙ мигранттарҙы тура Вашингтонға ебәреү дөрөҫ булыр”, - тип эш итергә була. Бының өсөн 900 автобус йәлеп итмәксе. Бик дөрөҫ, юғиһә, ситтән тороп ҡына йәлләү, сөсөлдәү анһат ул, үҙҙәре лә килмешәктәрҙән ҡаңғыра башлаһы, мәрхәмәтлек өсөн шәхсән хаҡ түләү кәрәклегенә лә төшөнөрҙәр.
Донъяның иң бай кешеһе, күренекле ғалим Илон Маск кеше шәхесен компьютерға күсереү мөмкин буласаҡ, тип ышана. “SpaceX” һәм “Tesla” корпорациялары башлығы был хаҡта һаҡлыҡ менән генә, уратыңҡырап бәйән итһә, Принстон университеты (АҠШ) профессоры Майкл Грациано өҙә әйткән: кешегә мәңгелек ғүмер биреү өсөн яһалма мейе һәм аң менән шәхсән хәтерҙән күсермә яһау өсөн махсус сканер ғына талап ителә. Эйе, бындай приборҙарҙы ла ҡасандыр әтмәләрҙәр, әммә кеше аң һәм хәтерҙән генә ғибәрәт түгел бит әле, ә йән тураһында бер ни әйтмәгәндәр. Тыйыу менән генә техник прогресты туҡтатып булмай, бик шомло эксперименттар киләсәктә башланырҙыр буғай.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 3 айында хаҡтар 9,99 процентҡа артҡан. Шул иҫәптән шәкәр – 53, тоҙ -18, маргарин – 14, кәбеҫтә -85, һуған -63, кишер – 53, кер йыуыу порошогы – 20, һабын – 17, медикаменттар -15-20 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Данлыҡлы киноартист, айкидо оҫтаһы Стивен Сигал 2016 йыл РФ гражданлығы ла алғайны. Хәлдәр ҡырҡыуланғас бер ҙә Америкаға ҡасырға ашыҡманы, киреһенсә, 70 йыллыҡ юбилейын Мәскәүҙә үткәрҙе. “Туҡ йылдарҙа ғына түгел, йот йылдарҙа ла бергә буласаҡбыҙ”, - ти киноэкран йондоҙо. Махсус операция тураһында ла, Рәсәй һәм Украина – бер ғаилә, тип әйтеү менән генә сикләнә. Кинола ғына түгел, ысынында ла аҫыл ир икән!
Яҙған ризыҡ теш һындырып булһа ла ауыҙға эләгә. Лос-Анджелес ҡалаһында (АҠШ) ЛаКуэдра Эдвардс махсус автоматтан лотерея билеттары алырға күнеккән була. Далан бер ҙә йылмаймай. Сираттағы тапҡыр уңыш һынау өсөн автомат янында торғанда арттан бер ир төрттөрөп үтә, ғәфү үтенмәйенсә артабан юлын дауам итә. Сайҡалып киткән ханым яңылыш икенсе төймәгә баҫа, алдан йыйынған 1 түгел, 30 долларлыҡ билет ала. Һәм 10 миллион доллар ота, беҙҙең аҡсаға 800 миллион һум тирәһе! Билдәһеҙ ҡалған тупаҫ бәндәгә рәхмәт уҡый-уҡый йорт һатып алырға һәм хәйриә эштәренә тоторға самалай хәҙер.
Тел, аралашып аңлашыу кешеләргә генә хас түгел. Бал ҡорттары “бейеп” (хәрәкәттәр аша), ҡырмыҫҡалар төрлө еҫ сығарып бер-беренә мәғлүмәт бирә. Дельфиндар иһә 14 мең төр тауыш сигналы менән әңгәмәләшә ( уртаса кешенең актив лексиконында 2 меңләп һүҙ). Улай ғына ла түгел икән, инглиз ғалимы Эндрю Адамацки хатта бәшмәктәрҙең үҙ-ара хәбәрләшеүен асыҡлай. Мицелий (бәшмәклек) аша айырым бәшмәктәр бер-беренә электр импульстары аша тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр хаҡында белдерә. Әлегә 50 төр сигнал теркәлгән.