

Башҡортостан Волга-Каспий балыҡ хужалығына ҡарай. Был биләмәләрҙә уылдырыҡ сәсеү мәлендә 15 апрелдән 15 июнгә тиклем сәнәғәт ысулы менән балыҡ тотоу тыйыла, һәүәҫкәр балыҡсыларға ла 25 апрелдән 5 июнгә саҡлы етди сикләүҙәр индерелә.
Шул иҫәптән, ярҙан бер ҡармаҡ менән генә тоторға рөхсәт ителә. Уныһында ла ҡармаҡҡа эләккән ваҡ балыҡты кире ебәреү, тәүлегенә табышты 5 килограмдан арттырмау һәм башҡа талаптар ҡуйыла. Ау ҡуйыу, башҡаса ҡорамалдарҙы ҡулланыу, кәмә ярҙамында кәсеп итеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында һаҡсыл шарттар һыу ятҡылыҡтарында балыҡ запасын тулыландырыу өсөн талап ителеүе һәр кемгә аңлашыла. Иркенләп үрсергә ирек бирелә икән, күл-йылғаларыбыҙҙа балыҡ күберәк буласаҡ.
Үкенес, ошондай яуаплы осорҙа ла бәғзе яҡташтарыбыҙ ҡомһоҙлоҡтарына баш була алмайҙар. Ау, кәмә ҡулланып кәсеп итәләр.
РФ Енәйәт кодексының 256-се статьяһы буйынса (һыу биология ресурстарын законһыҙ кәсеп итеү) былтыр тынлыҡ осоронда 7 енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип иҫкә төшөрә эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова. Был статья буйынса ғәйеплегә 1 миллион һумға тиклем штраф һалыныуы, хаттта, 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин. Тәбиғи, бынан тыш, тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡапларға тура киләсә, ә тынлыҡ дәүерендә зыян юғары такса буйынса иҫәпләнә. Динара Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, былтыр тотолған яҡташ браконьерҙар 7-12 мең һум күләмендә зыянды ҡаплайҙар, 7-10 мең тирәләй һәр кеме штраф түләй. Район суды ҡарары менән ауыл Советтары биләмәләрендә мәжбүри эштәргә лә хөкөм ителә бәғзе балыҡсылар. Кәмә, ау, һаҙ итектәре һәм башҡа енәйәт ҡоралдары конфискациялана.
Нәфсене тыйып тороғоҙ, яҡташтар, юғиһә аҙағынан ныҡ үкенергә тура килә.