Яйыҡ
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
25 Апрель 2022, 15:15

“...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”

 Фәрит ағай гел бер төрлө төш күрә башлай. Яҙмыш үҙенең һынауын дауам иткәнен аңламай әле ул башта. Төндәр буйы һаташып, шыбыр һалҡын тиргә батып уянып, йоҡлап китә алмай таңдар аттыра.

“...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”
“...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”

 
 Фәрит ағай гел бер төрлө төш күрә башлай. Яҙмыш үҙенең һынауын дауам иткәнен аңламай әле ул башта. Төндәр буйы һаташып, шыбыр һалҡын тиргә батып уянып, йоҡлап китә алмай таңдар аттыра. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ төш-һаташыуҙарында ап-аҡ күлдәктән, оҙон ҡара толомдарын иңдәренә таратҡан, 12-13 йәштәр сама­һындағы матур ҡыҙыҡай яҡын килергә ҡыйынһынғандай, ситтә генә баҫып тороп үкһеп илай. Әйтерһең дә, күп сериялы кинофильмдан көн дә бер үк күренеш ҡабатлана: “Зинһар өсөн, атайымды эҙ­ләп таба күр! Миңә бик тә ауыр, көндәр буйы тапап йөрөйҙәр бит, ҡәберемде кәртәләп алһын ине!”...
Үҙенсә төрлөсә юрап та ҡарай күргән­дәрен, төш тип әйтеп булһа уларҙы, тик теүәл генә яуап таба алмайынса, тамам яфаланып бөтә. Шулай һаташып бер уяныуында, ялт итеп башынан яҡтылыҡ үткәндәй була һәм, уйҙары сыуалып, өс тиҫтә йылдан ашыу элек булған бер ваҡиға-миҙгелде иҫенә төшөрөп, Ағиҙел ярындағы ауылға барып туҡтала. Йәнә һаташыумы, әллә?.. Юҡ, үҙ аңында ул, һөйөклө тормош иптәше лә йәнәшәһендә генә, күптән уянып, ҡартының бәргелә­неүенә, өҙгөләнеүенә борсолоп ята икән.
“Ҡарсыҡ, ҡара әле, һиңә әйтәм, — Фәрит ағай әйтергәме, юҡмы тигәндәй, икеләнеп, үҙенең тапҡыр ҡарарынан һиҫкә­неп, — әстәғәфирулла, тел дә әй­ләнмәй тора — ҡайын аҫтында ерлән­гән Зөлхизәнең йәне бит был!?” — тип бышылдап, тормош иптәшен дә ҡурҡыуға һала... Шулай ҙа таң атыу менән йыйынып мәсеткә бара ағай, сабый рухына атап хәйер бирә. Тик төш-һаташыуҙар ошоноң менән генә туҡтамай, ҡыҙыҡай­ҙың ялбарыу ҡатыш тауышы тора-бара өйөндә лә ишетелгән төҫлө тойола башлай, әйтерһең дә, Зөлхизәнең йәне Сол­тановтарҙың алты мөйөшлө йорттарына кереп урынлаша: “...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”
Нимә һуң был, ниндәй тылсым? Егерме беренсе быуатта ғүмер итеүсе оло йәштәге ирҙең күңеленә, үткән быуатта тыуып, вафат булған ҡыҙҙың рухы, ни ғәләмәт, күренмәҫ сихри ептәр ярҙа­мында килеп тоташа... Башҡа һый­маҫлыҡ хәл, әлбиттә. Уйлап ҡараһаң, улар йыраҡ туғандар ҙа түгел бит. Икенсенән, Фәрит ағай өс тиҫтә йыл элек осраҡлы рәүештә генә сабыйҙың ҡәбере янында булған, һәм был миҙгел башҡа бер ваҡытта ла иҫкә алынмаған. Өсөн­сөнән, ҡыҙҙың йәне Солтанов­тарҙың башҡа ғаилә ағзаларын йәки ауыл­даш­тарының береһен дә борсомай. Нисек булһа ла, Зөлхизәнең йәне ни сәбәп­тәндер нәҡ Фәрит ағайҙы һай­лаған булып сыға. Ышанһаң – ышан, ышан­маһаң – юҡ, тигәндәй... Һәр хәлдә, теге донъя эйәләре, рухтар менән әңгә­мәгә кереү әҙәм балаһын быуаттар буйына ҡыҙыҡһындыра, уның аңын тома­лай.
Тамам һаташыу сигенә еткән Фәрит ағай, тормош иптәше Тәнзилә апай, ауыл­дың аҡһаҡалдары менән кәңәш­ләшеп һәм дә ауыл биләмәһе башлығынан рөхсәт алып, Зөлхизә ҡайыны тирәләй кәртә ҡуйырға ҡарар ҡыла. Бәлки, ысынлап та, сабыйҙың йәнен тыныслыҡ алыр?..
...Шулай тағы күпмелер тынғыһыҙ көндәр, төндәр үтә. Фәрит Тимершәйех улы йәнә төшөндә Зөлхизә менән осраша. Һылыу ҡыҙыҡай, элеккесә яҡын килергә ҡыймайынса, бер яҡ ситтә баҫып тора. Шул уҡ аҡһыл күлдәктә, оҙон ҡара толомдарын талғын ғына иҫкән ел уйната. Был юлы йылмайыу ҡатыш ниҙер өндәшә, йөҙөндә иһә ҡәнәғәтләнеү хисе балҡып тора. Ана, йәш ҡайынлыҡ урманы аръяғынан һыҙылып ҡына таң атҡаны һиҙелә. Ниһайәт, ҡарт ҡайын ботаҡ­тары­на йәшеренгән ҡояштың тәүге нурҙары түгелеп-сәселеп баланың һынын наҙла­ғандай емелдәп ала ла, ҡыҙыл түңәрәккә әйләнеп, Зөлхизәне лә үҙе менән юға­рыға, икһеҙ-сикһеҙ ғаләмгә табан әйҙәй...
Яҙмамды теүәлләп гәзиткә тәҡдим итер алдынан, йәнә бер хәбәр еткер­ҙеләр. Дәһшәтле һуғыш йылдарында Ленинградтан Дүртөйлө районына эва­куа­ция­ланған дүрт кеше аслыҡтан, һыуыҡтан сирләп һауыға алмайынса йәнтәслим ҡылып, ошонда ерләнгән булып сыҡты.
Шулай итеп, элекке ауылым янында барлығы туғыҙ ҡәбер булыуы асыҡланды. Бөгөн, билдәһеҙ сәбәптән тиҫтә йылдар буйы ҡарт ҡайын тирәләй һаҡланып кил­гән серҙең төйөнө сиселеп, мәрхә­мәтле, миһырбанлы кешеләр ярҙамында ошо зыярат яңыртылып, сәскәләр ултыртылып, кәртәләп ҡуйылды, ә мәрхүм­дәрҙең йәне тыныслыҡ тапты...

https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/15452-zlhiz-ayyny-ser-alay.html

фото https://support.google.com/legal/answer/3463239?hl=ru

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: