Яйыҡ
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
25 Апрель 2022, 15:05

Мистикамы, ысынбарлыҡмы?

Яҙмамда ауылыбыҙ янында үҫеп ултырған ҡарт ҡайын тураһында бәйән итмәксемен. Уның серенең йыраҡ бала саҡта уҡ төйөнләнеп, тиҫтә йылдарҙан һуң, ниһайәт, сиселеүенә шаһит булдым... Ололар әлеге ҡайын тураһында һүҙ сыҡһа, рухтар, ен-пәрейҙәр, “теге донъя” менән бәйле төрлө имеш-мимеш һөйләп, беҙҙең ҡотто ала торғайны.  

Мистикамы, ысынбарлыҡмы?
Мистикамы, ысынбарлыҡмы?

Яҙмамда ауылыбыҙ янында үҫеп ултырған ҡарт ҡайын тураһында бәйән итмәксемен. Уның серенең йыраҡ бала саҡта уҡ төйөнләнеп, тиҫтә йылдарҙан һуң, ниһайәт, сиселеүенә шаһит булдым...

Ололар әлеге ҡайын тураһында һүҙ сыҡһа, рухтар, ен-пәрейҙәр, “теге донъя” менән бәйле төрлө имеш-мимеш һөйләп, беҙҙең ҡотто ала торғайны.  

Ҡарт ҡайын тирәләй төндәрен күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡыныс, башҡа һыймаҫлыҡ ғәҙәттән тыш сәйер хәлдәр сығып торған. Үлек, өрәктәрҙән ҡурҡмаһам да, һәр хәлдә, ҡа­йын янынан үткәндә, йәнем-тәнемде, барлыҡ һәләтемде әйтеп аңлата алмаҫ­лыҡ шомло тойғо биләп ала торғайны.
Әйткәндәй, әсәйемдең һөйләүе бөгөн­гөләй хәтеремдә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың көҙөндә яңғыҙы ғүмер кисереп вафат булған бер ҡартты ерлә­гәндәр. Унан һуғыштың ас-яланғас һуңғы йылдарында йәнә бер-бер артлы дүрт ҡәберлек барлыҡҡа килә. Ун ике йәше тулыр-тулмаҫ фажиғәле вафат булған етем ҡыҙҙы, яҡты донъяға тыуып ауаз һалырға ла өлгөрмәйенсә ахирәткә күскән ике сабыйҙы һәм дә билдәһеҙ сир­ҙән күҙҙәрен мәңгелеккә йомған әбекәйҙе үҙ ҡосағына ала бәрхәт кеүек йәшел сирәм­ле тау буйҙары. Ике тиҫтә өйлө бәләкәй генә ауылда ирҙәр булмаған­лыҡтан, һуң­ғы юлға оҙатыуҙарҙың б­а­рыһы ла ҡатын-ҡыҙ һәм дә бала-саға ярҙа­мында ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡа­рыл­ған. Ҡәбер­ҙәргә бер ниндәй билдә ҡуйып та, рәсми рәүештә бер ҡайҙа теркәп тә торма­ған­дар. Тик Зөлхизә ҡәберенә генә кемдер йәш ҡайын ултыртып ҡуйған...
Тиҫтә йылдар үтә. Һуғыш ваҡытында барлыҡҡа килгән зыяратты ара-тирә иҫкә алалар ауылда. Дөрөҫөрәге, ул... үҙе тура­һында үҙе иҫләтеп тора. Үҫеп, нығы­нып киткән ҡайын тирәләй төндәрен аҡһыл-йәшел балҡыш күренеүен күҙәтә урындағы халыҡ. Елһеҙ тыныс төндәрҙә ҡәбер өҫтөндә әленән-әле “мәңгелек ут” балҡый. Йәшкелт төҫтәге көлтә, әйтер­һең, ер аҫтынан хасил булып, бер метр самаһы күтәрелә лә, йәш ҡайынды ҡосаҡлап, әкрен генә тирбәлә. Тик, ни ғәләмәт, ялҡындың шәүләһе булмай, һәм ул тирә-яҡты ла яҡтыртмай, үлән, ағас­тарға ла зыян һалмай. Әлеге сәйер күренеште шаһиттар бер нисек тә аңлата алмай.
Мәрзиә өләсәйем һөйләүенсә, уның да ҡәберҙәрҙең береһе өҫтөндә аҡһыл-йәш­келт яҡтылыҡтың барлыҡҡа килеүен күргәне булған. Ҡөрьән сүрәләрен, ғәрәп­сә уҡый-яҙа белгән, дини йолаларҙы үтәгән, туғыҙынсы тиҫтәһенә сыҡҡан өләсәйебеҙ бында ерләнгән ҡарттың йәне “теге донъя”ла ла яңғыҙы тынғылыҡ таба алмай торғандыр тип, уның рухына доға ҡыла...
Ҡайһы бер ғалимдар ҡәберҙәр өҫтөндә хасил булған яҡтылыҡты кеше орга­низмының, үлгәндән һуң тарҡалып, фосфор бүлеп сығарыуы менән аңлата. Ә икенселәр фекеренсә, кешенең йәне үлгәндән һуң да йәшәүен дауам итә һәм, туғандарына ауырлыҡ килгәндә, ҡур­ҡыныс янағанда ярҙамға ашығып, шәүлә-һын формаһында күҙ алдына баҫа. Йәндәр ҙә “үҙ хужаларына” оҡшаған була, ти. Мәҫәлән, үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ахирәттә лә тыныслыҡ таба алмай интегеп йөрөй икән. Тиҫкәре, ауыр холоҡло, иҫән саҡта ғүмере буйы насарлыҡ ҡылған ҡайһы бер кешеләрҙең йәне ер өҫтөнә әйләнеп ҡайтып, үҙенең мәкерле эшен дауам итә, тип тә фаразлай ғалимдар.
...Артабан яҙмамда телгә алынасаҡ хәлдәрҙе үҙгәртмәйенсә тасуирларға тырыштым. Тик уларҙы нисек аңлатырға? Теүәл генә күҙ алдыма килтерә алмайым. Нимә һуң был — мистикамы, әллә ысын­барлыҡмы? Бәлки, геройымдың берәр сиргә юлығып, ошо миҙгелдә кисергән эске халәтелер?.. Нисек кенә булмаһын, барлыҡ дәлилдәр әлеге осраҡты булған хәл тип иҫбатлай.

 

https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/15452-zlhiz-ayyny-ser-alay.html

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: