Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
9 Мая - День Победы
25 Апрель 2022, 05:55

"Төн буйына яуған ямғыр Йыуҙы бысраҡ тәҙрәләрҙе...."

Төркөмдәшебеҙҙең бик тә фәһемле шиғыры!

"Төн буйына яуған ямғыр Йыуҙы бысраҡ тәҙрәләрҙе....""Төн буйына яуған ямғыр Йыуҙы бысраҡ тәҙрәләрҙе...."
"Төн буйына яуған ямғыр Йыуҙы бысраҡ тәҙрәләрҙе...."

Күңел - тәҙрә.

Ауылға төштө бер килен:
Ситтән килгән бер "шәп" ҡатын.
Кеше менән булышты ул,
Уйламайса алдын - артын.
Ҡара әле, күршеләрҙең
Йыуған кере - ниндәй бысраҡ?!
Ҡатын, тәҙрә аша ҡарап,
Үҙ иренән ҡуйҙы һорап.
Көндәр үтте. Бөтә донъя
Улар өсөн булды бысраҡ.
Ошо хәлгә нөктә ҡуйҙы, -
Көтмәгәндә ыңғай осраҡ.
Төн буйына яуған ямғыр
Йыуҙы бысраҡ тәҙрәләрҙе.
Иртән торғас, ҡатын асты
Тәҙрәләге пәрҙәләрҙе.
Аптыраны: ни өсөндөр
Таҙа ине бөтә донъя.
...Күңел - тәҙрә. Һин дә, кешем,
Күңелеңә бысраҡ йыйма!

  Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас