Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
25 Апрель 2022, 10:33

Водитель – айыҡ

Ә саҡ ҡына алдараҡ бер иҫерек ҡасып маташҡайны

Водитель – айыҡ
Водитель – айыҡ

Был хәл бер аҙналап элек булған. Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 105-се километрында  22 йәшлек урындағы кеше идара иткән “ИЖ” автомобиле  юлдан осоп төшә, түңкәрелә.

-Медицина тикшереүе водителдең айыҡ икәнлеген раҫланы, дауаханала ярҙам күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайта, - тип белдерҙе ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.

Бик хуп, юғиһә 13 апрель Иманғолда бер әҙәм ВАЗ менән полициянан ҡасырға маташып, автомобиле менән түңкәрелгәйне. Бер юлы өс административ статья буйынса яуапҡа тарттырыла: эскән килеш транспорт менән идара итеү, полицияға буйһонмау һәм страховкаһыҙ йөрөү.

Бер осраҡта ла иҫерек килеш руль артына ултырмағыҙ!

 

Фотола – бәләгә юлыҡтырған  автомобилдәр

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: